ЗЛАТОУСТ ҠАН ҠОЙОШО, 1903 й. 13 мартында Златоуст (Косотур) заводының забастовкасыларын атыу. Завод администрацияһының завод ерҙәрен, утын әҙерләү өсөн ҡырҡындыларҙы файҙаланыуҙа һ.б. льготаларҙы бөтөрөүҙе, ш. уҡ штрафтарҙы арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан эшкә яллауҙың яңы ҡағиҙәләрен индереү т‑дағы бер яҡлы ҡарары забастовкаға сәбәп була. 8 мартта — ҙур прокат цехының, 11 мартта заводтың бөтә эшселәре (ярҙамсы персоналдан тыш 2,7 мең кеше) эш ташлай. 12 март төнөндә эшселәрҙең һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн һайланған вәкилдәре Ф.В.Симонов һәм И.Д.Филимошкин ҡулға алына. 12 мартта Златоуст ҡ. Өфө губ. Н.М.Богданович, губ. жандарм идаралығы нач. Шатов һәм округ прокуроры А.В.Зайцев килә. 13 мартта иртәнсәк Златоуста губернаторҙың эшселәргә забастовканы туҡтатырға саҡырған мөрәжәғәт тексы таратыла, ләкин сәғәт 9‑ҙарға Богданович туҡтаған тау нач. йорто алдындағы майҙанға хеҙмәт килешеүенең элекке шарттарын һаҡлап ҡалыу һәм Симонов м‑н Филимошкинды азат итеү т‑дағы үтенес м‑н бер нисә мең кеше йыйыла. Богданович эшселәрҙе митингыны туҡтатырға һәм заводҡа ҡайтырға өндәй. Эшселәр был талаптарҙы үтәүҙән баш тартҡандан һуң, Богданович ғәскәрҙәргә (214‑се Мокшанск һәм 243‑сө Златоуст резерв пехота батальондарының сәғәт 11‑ҙәргә майҙанға килгән роталары) митингыла ҡатнашыусыларға тоҫҡап залп эшләргә бойороҡ бирә. Рәсми мәғлүмәттәр б‑са, 23 кеше үлтерелә, 103 кеше яралана (уларҙың 22‑һе йәрәхәттәрҙән үлә); үлгән 45 кешенең 3‑һө эшсе лә, уларҙың ғаилә ағзалары ла булмай. 1903 й. “Осҡон” (“Искра”) гәз. (Женева ҡ., Швейцария) ваҡиғаны үҙ күҙҙәре м‑н күргән Г.М.Мишенёв “Златоуст ҡан ҡойошо” мәҡәләһендә 69 кешенең үлтерелеүе һәм 250 кешенең яраланыуы т‑да мәғлүмәт бирә. 16 һәм 17 мартта һәләк булыусыларҙы ерләү протест демонстрацияһына әүерелә. 6 майҙа эсерҙарҙың хәрби ойошмаһы ҡарары б‑са, Богданович Е.О.Дулебов тарафынан атып үлтерелә. 1904 й. ғин. забастовкала ҡатнашыусылар өҫтөнән суд процесы була. Судҡа тарттырылған 34 кешенең 5‑һе 1 айҙан 3 айға тиклем хөкөм ителә, ҡалғандары аҡлана. Златоуста З.ҡ.ҡ. ҡорбандарына һәләк булыусыларҙың исемдәре яҙылған (56 фамилия) һәйкәл ҡуйылған. З.ҡ.ҡ. т‑дағы материалдар һәм Златоуст эшселәренең иҫтәлектәре “Эшсе” операһын яҙғанда файҙаланылған (1930, М.Ғафури либреттоһы, комп. Ғ.С.Әлмөхәмәтов, В.И.Виноградов һәм С.Ғәбәши).

Әҙәб.: Шмаков А.А. По следам “Азиата”. Челябинск, 1984.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика