ЗЛАТОУСТ ӨЙӘҘЕ, 1865 й. Өфө губернаһы составында ойошторола. Өйәҙгә Троицк өйәҙенең төньяҡ өлөшө һәм Өфө өйәҙенең төньяҡ‑көнсығыш өлөшө инә. 19 б. аҙ. төньяҡта — Красноуфимск өйәҙе, төньяҡ‑көнсығышта — Екатеринбург өйәҙе, көньяҡкөнбайышта — Силәбе өйәҙе һәм Троицк өйәҙе, көньяҡта — Верхнеурал өйәҙе, көньяҡ‑көнбайышта — Өфө, төньяҡ‑көнбайышта Бөрө өйәҙҙәре м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге – Златоуст ҡалаһы. Майҙаны — 22040 км2 (1897). Халҡы: 1897 й. — 185498 кеше (башҡорттар — 51345, мишәрҙәр — 2812, мордвалар — 2312, татарҙар — 1953, типтәрҙәр — 4945, урыҫтар — 121559 һ.б.), 1920 й. — 192 мең кеше. 19 б. аҙ. өйәҙҙә 178425 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 4717, дворяндар — 1331 һ.б.; мосолмандар — 60968, православие динендәгеләр — 124091 (ш. иҫ. 6586 старообрядсы) һ.б. 1865 й. өйәҙ 4 станға бүленә. 1873 й. — 16 улус (Балаҡатай, Дыуан, Дыуан-Мәсетле, Златоуст, Йүрүҙән, Ҡуҫа, Мең, Мырҙалар, Оло Ҡошсо, Рудник, Тырнаҡлы, Һатҡы, Һикәяҙ, Әйле, Ямаш, Ярославка), 1906 й. — 23, 1919 й. 19 улус теркәлгән. 1897 й. өйәҙҙә 257 торама пункт була, 1912 й. — 439. Халҡы башлыса игенселек м‑н шөғөлләнгән. 1904 й. һөрөнтө ерҙәр майҙаны яҡынса 155 (мең дисәтинә) тәшкил итә, ш. иҫ. бойҙай баҫыуҙары — 51,7, арыш — 50,1, һоло — 45,2, борай — 2,2, картуф — 2; һыйыр малы һаны — 20629, йылҡы — 14820, һарыҡ — 25034, кәзә — 162, сусҡа — 5169. 20 б. башында Златоуст ҡорал фабрикаһы, Златоуст (Косотур) заводы, Йүрүҙән‑Ивановка заводы, Кенәз Михаил ҡорос‑туп фабрикаһы, Ҡуҫа заводы, Һатҡы заводы, 45 кирбес заводы, күн заводтары, һыра ҡайнатыу заводтары (ҡара: Шарап ҡыуыу заводтары) эшләй. Златоуст, Ләүйылға, Монай, Мәсәғүт, Таҙтүбә, Үрге һәм Түбәнге Ҡыйғы, Һикәяҙ, Әйле, Яңы Мөслим, Ярославка аа. йәрминкәләр үткәрелә. 1890 й. өйәҙ аша Һамар—Златоуст т. юлы (Ҡытаутамаҡ—Златоуст участкаһы) үтә. 70 мәсет, 19 сиркәү, 4 часовня һәм 1 монастырь (1865), 187 уҡыу йорто (1912) иҫәпләнә. 1922 й. алып Силәбе губернаһы составында; авг. З.ө. Өфө өйәҙенең 9 улусы ҡушыла, окт. 12 улус өйәҙе Мәсәғүт кантонына ҡушыла. Карта 473 б.

Әҙәб.: Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Т.6. Златоустовский уезд. Уфа, 1899; Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.45. Уфимская губерния. Тетр. 1—2. СПб., 1901—1904.

Карта: Златоуст өйәҙе (19 б. аҙ.)

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика