ЗЛАТОУСТ ҺАЛҠЫН ҠОРАЛЫ, 1815 й. алып Златоуст ҡорал фабрикаһында етештерелгән биҙәкле һуғыу, сабыу, сәнсеү, сәнсеү‑сабыу ҡоралдары (хәнйәрҙәр, ҡыҫҡа хәнйәрҙәр, бысаҡтар, һөңгөләр, ҡылыстар, балталар, шпагалар һ.б.). Юғары сифатлы булыуы һәм нәфис биҙәлеше м‑н танылыу яулай. 19 б. 20—40‑сы йй. таҙа, ҡойолған һәм булат ҡоростан (терегөмөш ярҙамында алтын ялатыу гальваник ысулға алыштырыла); 50—60‑сы йй. алып ҡойолған ҡоростан ғына эшләгәндәр; 80‑се йй. ҡорал йөҙҙәрен сүкеп эшләү махсус валдарҙа прокатлау м‑н алыштырыла, сыныҡтырыу өсөн ҡурғаш ванналары, йөҙҙәрҙе эшкәртеү өсөн наждаклы ҡырғыс станоктар ҡулланыу индерелә. З.һ.ҡ. биҙәгәндә гравировка, рисовка (һүрәтте һаҡлаусы состав м‑н эшләү һәм артабан биҙәкте төшөрөү), алтын һәм көмөш м‑н һырлау (гравёрланған һүрәттең штрихтарын көмөш йәки алтын сым м‑н тултырыу), ҡарайтыу һәм ашатып уйыу м‑н ҡатнаштырып алтын һәм көмөш ялатыу киң ҡулланылған. Германиянан саҡырылған ҡорал оҫталары Шафтар ҡоралды биҙәгәндә һүрәттең контурын ғына төшөрөү мөмкинлеге биргән технология ҡулланғандар: изделиеның йөҙөн алдан грунтлап ҡорос энәләр м‑н һүрәт эшләгәндән һуң, уны кислотаға төшөргәндәр, унда һүрәт уйылып асыҡланған, фон тейелмәй ҡалған. 19 б. 20—30‑сы йй. ҡорал биҙәүҙең айырым стиле, ҡоросто Златоуст ысулы м‑н гравёрлау, барлыҡҡа килә. Уға нигеҙ һалыусы булып И.Н.Бушуев (1823 й. алып биҙәлгән ҡорал бүлегенең өлкән мастеры) иҫәпләнә, ул һалҡын ҡоралды биҙәү технологияһын камиллаштыра: металға һүрәт бәләкәй бумала м‑н төшөрөлгән, өҫтәмә штрихтарҙы энә м‑н эшләү тасуирилыҡ өҫтәгән; бер нисә ҡат ашатып уйыу һүрәттең төҫтәр байлығын һәм күләмен арттырған. Бушуевтың сюжетлы композициялары араһында Ватан һуғышының (1812) күп фигуралы һуғыш күренештәре, грек мифол. персонаждарының, ш. иҫ. һуңынан Златоуст ҡ. символы булып киткән ҡанатлы ат һындары. Сәскә‑үҫемлек орнаменттарын файҙаланыу м‑н айырылып торған И.П.Бояршинов (1826 й. алып биҙәкле ҡорал бүлегенең 2‑се мастеры) эштәре киң билдәле. Башлыса һунар күренештәрен төшөргән, ш. уҡ эшселәр образдары галереяһын булдырған. 1830—34 йй. тәхет вариҫы Александр Николаевич (буласаҡ император Александр II) өсөн эшләнгән рыцарь кейем‑ҡоралдары (ҡылыс, ҡалҡан, битлекле торҡа, йәүшән, ҡул һәм аяҡ бығауынан) комплекты 19 б. 1‑се ярт. Златоуст оҫталары ижадының иң яҡшы өлгөләренең береһе була. 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында оҫталар стилләштерелгән үҫемлек орнаментын, ҡоралға төрлө яҙыуҙар төшөрөүҙе, гравёрлауҙың төрлө төрҙәрен: ҡырлау техникаһын (үтә күренмәле биҙәктәр), уйып биҙәктәр ҡуйылған (бер нисә йүнәлештә һырланған) фонда алтын һәм көмөш м‑н һырлау һ.б. киң ҡулланған. Был осорҙа рәссам‑гравёрҙар И.П.Агарков, А.П.Агарков, Я.Д.Варламов, Г.Л.Зайцев, В.А.Киселёв, В.Н.Костромин һ.б. эшләй. З.һ.ҡ. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ‑ара күргәҙмәләрҙә бик күп бүләктәргә: Лондонда Бөтә донъя күргәҙмәһендә (1862) — көмөш миҙалға, Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй художество‑сәнәғәт күргәҙмәһендә (1882) — алтын миҙалға, Чикаго ҡ. Бөтә донъя күргәҙмәһендә (1893) ҙур бронза миҙалға лайыҡ була.

Әҙәб.: Глинкин М.Д. Златоустовская гравюра на стали. Челябинск, 1967; Кулинский А.Н. Русское холодное оружие военных, морских и гражданских чинов 1800―1917 гг.: определитель. СПб., 1994.

Р.Ә.Әйүпов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика