ЗИНОВЬЕВ Георгий Васильевич (20.11.1887, С.‑Петербург — 26.4.1934, Мәскәү), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1917 й. алып РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Юғары акад. курстарҙы тамамлаған (Мәскәү, 20‑се йй. уртаһы). 1908 й. башлап рус армияһында, өлкән унтер-офицер (1917); 1918 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1917 й. Көнбайыш фронтта 3‑сө Себер уҡсылар корпусының һалдаттар ком‑ты рәйесе, 1918 й. февр. башлап Смоленск ҡ. гарнизон начальнигы. Апр. Ырымбур казак ғәскәре м‑н алышта совет отрядтарының хәрәкәте т‑да килешеү өсөн Ырымбур губернаһына ебәрелә. Май—июндә Ырымбур ғәскәрҙәре төркөмө, 1918 й. уртаһынан Аҡтүбә һәм Орск ҡҡ. тирәһендә партизан ғәскәрҙәре төркөмө командующийы. 1919 й. мартынан — Төркөстан армияһы, майҙан Беренсе армия командующийы. Бәләбәй операцияһын, Өфө операцияһын планлаштырыуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнаша. 1920 й. нояб. — 1921 й. мартында Төркөстан фронты Реввоенсоветы ағзаһы, апр.—авг. Фирғәнә ғәскәрҙәре төркөмө командующийы, бер үк ваҡытта апр.—майҙа 3‑сө Төркөстан уҡсылар див. начальнигы. 20‑се йй. РККА‑ның оператив‑стратегик берләшмәләренә етәкселек итә, 1932 й. алып Хәрби инженерҙар акад. (Мәскәү) начальнигы. 1‑се, 2‑се, 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Георгий тәреләре, Ҡыҙыл Байраҡ орд. (1919, 1920), Төркөстан АССР‑ының Почётлы алтын ҡоралы (1920) м‑н бүләкләнгән. Ырымбур ҡ. урамға З. исеме бирелгән.

Хеҙм.: Армия и народ. Пг., 1920.

В.В.Дублённых, Л.И.Футорянский

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика