ЕГӘҘЕ ЗАВОДЫ, 1888 й. Верхнеурал өйәҙе Ҡатай улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Егәҙе й. (Ағиҙел й. басс.) буйында сауҙагәрҙәр Н.С.Кальсин һәм Н.Д.Шамов тарафынан суйын иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Кальсин һәм Шамов, 1909 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1908 й.) алып М.В.Асеев; 1917 й. һуң национализациялана. Егәҙе тау округына ингән. 1890 й. эшләй башлай. Домна мейесе, 5 пар ҡаҙаны һәм һауа йылытҡысы; 20 б. башына ҡарата 3 пар машинаһы, 2 һыу тәгәрмәсе, 64 күмер яндырыу мейесе була. Заводтың 3 ҙур руднигы, ш. иҫ. Егәҙе-Комаров тимер мәғдәне ятҡылыҡтары һәм 15 мең дисәтинә ере, була. Төп эштәрҙә — 75, ярҙамсы эштәрҙә 700 эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы) иҫәпләнә; 1895 й. — 120 һәм 700. Эшләү дәүерендә заводта 9,4 млн боттан ашыу суйын иретелә; макс. етештереүсәнлек — 711 мең бот (1898). 1925 й. ябыла. Хәҙ. завод торамаһы урынында Белорет р‑нының Егәҙе а. урынлашҡан.

Әҙәб.: Павленко Н.И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962; Буранов Ю.А. Акционирование горнозаводской промышленности Урала (1861―1917). М., 1982.

З.И.Гудкова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика