ЗӘҒӘФҮРӘНОВ Фәйзрахман Зәғәфүрән улы [10.10.1913, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Һөләймән а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 5.9.1975, Өфө], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1939—40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡ‑н юғары коммунистик а.х. мәктәбен (Өфө, 1935) һәм КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1962) тамамлаған. 1935 й. алып Башҡ‑н юғары коммунистик а.х. мәктәбе уҡытыусыһы, 1937 й. — Өлкә сәйәси ағартыу мәктәбе (Стәрлетамаҡ ҡ.), 1943 й. Темәс башҡ. пед. уч‑щеһы (Баймаҡ р‑ны) директоры. 1945 й. башлап ВКП(б)-ның Баймаҡ район ком‑тында эшләй (1948 й. алып 1‑се секретарь). 1950—67 йй. БАССР ЮС‑ы Президиумы рәйесе. 1969—71 йй. БАССР ЮС‑ы эргәһендәге Дәүләт арбитражының баш арбитры. СССР ЮС‑ының 3—6‑сы, РСФСР ЮС‑ының 3—4‑се һәм 7‑се, БАССР ЮС‑ының 3—7‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1963), Ҡыҙыл Йондоҙ (1940), “Почёт Билдәһе” (1949) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика