ЗЕНЬКОВСКИЙ Сергей Александрович (16.6.1907, Киев — 31.3.1990, Деланд ҡ., АҠШ), тарихсы. Филос. д‑ры (1942), профессор. Париж ун‑тын тамамлаған (1930). 1922 й. алып — Чехословакияла, Францияла, 1949 й. башлап АҠШ‑та йәшәй. Фәнни тикшеренеүҙәре боронғо урыҫ әҙәбиәте, старообрядсылыҡ тарихына, 1905—25 йй. Рәсәй төрки халыҡтары милли хәрәкәттәренә, ш. иҫ. Революция (1917) һәм Граждандар һуғышы йылдарында Башҡорт милли хәрәкәтенә, АСБР‑ҙың сәйәси тарихына арналған. 190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Пантюркизм и ислам в России //Башкирское национальное движение 1917—1920 гг. и А.Валиди: зарубеж. исслед. Уфа, 1997; Pan-Turkism and Islam in Russia. Cambridge, 1967.

Әҙәб.: Зеньковская Б. Хронологический список трудов С.А.Зеньковского //Труды Отдела древнерусской литературы Института русской литературы (Пушкинский Дом) РАН. Спб., 1993. Т.42.

И.В.Кучумов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика