ЗЕНГБУШ Егор Иванович (19.4.1823, Лифляндия губ. — 3.1.1878, Ырымбур ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Ген.-майор (1864). Дворяндарҙан. 1843 й. алып рус армияһында. 1863 й. — Ырымбур казак ғәскәре штабы нач., 1865 й. алып (өҙөклөк м‑н) наказлы атаманы вазифаһын башҡара. 1875 й. 11 мартынан Ырымбур губернаторы һәм наказлы атаманы. 3‑сө дәрәжә Изге Владимир (1872), 1‑се (1877), 2‑се (1868) һәм 3‑сө (1858) дәрәжә Изге Анна, 1‑се (1874) һәм 2‑се (1864) дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018