ЗЕМСТВО ЙЫЙЫЛЫШТАРЫ, Рәсәйҙең губерна һәм өйәҙҙәрендәге земство үҙидараһының һайлап ҡуйылған башҡарма органдары. 1864 й. 1 ғин. “Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары тураһында положение”ға ярашлы, Земство реформаһы барышында ойошторола. Рәйестән һәм гласныйҙарҙан (депутаттарҙан) торған; дворяндарҙың губерна һәм өйәҙ башлыҡтары етәкселек иткән. Өйәҙ З.й. һайлауҙар, йәш (25 йәштән алып) һәм милек цензына ярашлы, куриялар б‑са үткәрелгән. 1‑се курия б‑са һайлауҙарҙа кәмендә 200 дисәтинә ере йәки кәмендә 15 мең һумлыҡ күсемһеҙ милке булған ер биләүселәр ҡатнаша алған; 2‑се курия б‑са — сауҙагәр таныҡлығы булған, йылына аҡса әйләнеше кәмендә 6 мең һум тәшкил иткән сәнәғәт һәм сауҙа пр‑тиеһы йәки 500‑ҙән алып 3 мең һумға тиклем күсемһеҙ милке булған ҡала кешеләре; 3‑сө курия б‑са — күп баҫҡыслы һайлау системаһы аша үткән ауыл йәмғиәте вәкилдәре (уларға милек цензы ҡуйылмаған). Губерна З.й. гласныйҙар өйәҙ йыйылыштары гласныйҙары араһынан һайланған. 1890 й. 12 июнендәге “Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары тураһында положение”ға [ҡара: Реформалар (19 б. 80—90‑сы йй.)] ярашлы, 1‑се куриянан һайланыусыларға милек цензы 125 дисәтинә ергә тиклем кәметелә, 2‑се курия б‑са 15 мең һумға тиклем күтәрелә, 3‑сө курия гласныйҙары гласныйҙарҙы туранан‑тура һайлау хоҡуғынан мәхрүм ителә (улус сходтарында һайланған кандидаттар губернатор тарафынан раҫланған); З.й. эшмәкәрлеген күҙәтеү өсөн Земство эштәре б‑са губерна присутствиелары (ҡара: Земство һәм ҡала эштәре буйынса губерна присутствиелары) булдырыла. Губерна һәм өйәҙ З.й. һайлауҙар — 3 йыл һайын, йыйылыштар йылына бер тапҡыр (өйәҙ йыйылыштары — сент. алда, губернаныҡы дек. алда үткәрелгән, ярашлы рәүештә 10 һәм 20 көнгә тиклем дауам иткән) үткәрелгән; ғәҙәттән тыш йыйылыштар эске эштәр министры йәки губернатор рөхсәте м‑н саҡырылған. З.й. ҡарамағына адм.‑хужалыҡ мәсьәләләре (земство башҡармаларына һайлауҙар үткәреү һәм уларҙың эшмәкәрлеген күҙәтеү; земство һалымдарын билдәләү, бүлеү, йыйыу һәм тотоноу; биналар, аралашыу юлдары төҙөү һәм ҡарау; сауҙа, халыҡ мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау, земство страховкаһы үҫешенә булышлыҡ итеү һ.б.) бирелгән. Өфө губернаһында З.й. тәүге тапҡыр 1875 й. саҡырыла: 6 февр. — Стәрлетамаҡ өйәҙендә, 12 февр. — Бәләбәй өйәҙендә, 14 февр. — Златоуст өйәҙендә, 15 февр. — Минзәлә өйәҙендә, 17 февр. Өфө өйәҙендә һәм Бөрө өйәҙендә. 27 февр. губерна земство йыйылышы үткәрелә, уға 42 гласный һайлана, ш. иҫ. дворяндар — 35 (83,3%), сауҙагәрҙәр — 4 (9,5%), крәҫтиәндәр 3 (7,2%) тәшкил итә. Башҡорттар ауыл һайлау съездарында бөтә категория крәҫтиәндәр м‑н тиң ҡатнашыу хоҡуғы ала. 1875 й. өйәҙ З.й. — 256 кеше [1‑се куриянан — 119 (46,5%), 2‑сенән — 20 (7,8%), 3‑сөнән — 117 (45,7%)], 1891 й. 179 кеше [1‑се куриянан — 100 (55,8%), 2‑сенән — 21 (11,8%), 3‑сөнән — 58 (32,4%)] һайлана. 1875—1914 йй. Өфө губ. З.й. 1326 гласныйҙың 413‑сө (31,2%) мосолман халыҡтары вәкиле була, шуларҙан губерна З.й. 30 гласный һайлана. Өфө губерна З.й. рәйестәре: В.А. Новиков (1875 й. алып), А.И.Кугушев (1880 й. алып), П.А.Зеленцов (1890 й. алып), А.С.Листовский (1893 й. алып), кенәз А.А.Кугушев (1899 й. алып), А.В.Новиков (1914—17). Ырымбур губернаһында З.й. 1913 й. ойошторола. 1918 й. бөтөрөлә.

Әҙәб.: Земство мәҡ. ҡарағыҙ.

Н.И.Леонов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика