ЗЕМСТВО СТАТИСТИКАҺЫ, Земстволарҙың статистик материалдарҙы йыйыу, эшкәртеү, анализлау һәм баҫып сығарыу б‑са эшмәкәрлеге. Дәүләт статистикаһы м‑н бер үк ваҡытта булған. З.с. үҫеше земство учреждениелары тарафынан губерна һәм өйәҙ халҡынан, ерҙәрҙән, сауҙа, сәнәғәт һ.б. эшмәкәрлектән земство йыйымдары нормаларын билдәләү кәрәклегенән килеп сыға. Тәүҙә З.с. бурысы халыҡтың аҙыҡ‑түлеккә мохтажлығын һәм земство йөкләмәләрен бүлеп һалыу өсөн крәҫтиән хужалыҡтарының иҡт. тикшереү һәм күсемһеҙ милекте баһалауҙан тора. Йыйылған материалдар торама пункттар, улустар, өйәҙҙәр, губерналарҙың соц.‑иҡт. хәлен тасуирлауҙың нигеҙе була. Һәр йортто иҫәпкә алыу, халыҡтың структураһын (йәше, эшсе составы, грамоталылыҡ), ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу формалары, ер эшкәртеү ысулдары, а.х. ҡорамалдары һ.б. т‑да мәғлүмәт йыйыу крәҫтиән хужалыҡтарын өйрәнеүҙең төп ысулы була. Артабан һөнәрселек, фабрика, сауҙасәнәғәт пр‑тиеларын, һаулыҡ һаҡлау, халыҡ мәғарифы учреждениеларын, юл хужалығы, ветеринарияны һәм малсылыҡты, кооперацияны, крәҫтиән хужалыҡтары бюджетын һ.б. бөтәһен бер ваҡытта тикшереү программаһы эшләнә. 1893 й. 8 июнендәге закон б‑са, статистик тикшеренеүҙәр земство һалымдарын яңынан ҡарауҙы (ер өсөн йыйымдар уларҙың килем биреү принцибы б‑са алып барыла) тиҙләтеү маҡсатында алып барыла. Бөтә баһалау эштәре губерна земстволарында туплана, хөкүмәт тарафынан субсидия бирелә. Бурыстары, ысулдары һәм ойоштороу б‑са З.с. төп (хужалыҡтың дөйөм хәлен асыҡлау өсөн дөйөм бер ваҡытта үткәрелгән тикшереүҙәр) һәм ағымдағы (айырым йылдар б‑са ағымдағы күҙәтеү тәртибендә үткәрелгән тикшереүҙәр) статистикаға бүленгән. Яҙышыу һәм урындарға сығыу мәғлүмәт йыйыуҙың төп ысулдары була. Тикшеренеү һөҙөмтәләре системалаштырылып, статистик йыйынтыҡтар, аналитик материалдар рәүешендә баҫылып сыға. 1884 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1883) Өфө губ. земство башҡармаһы эргәһендә губ. статистигы вазифаһы булдырыла, 1885 й. статистика бюроһы ойошторола. 1885 й. губ. земство башҡармаһы эргәһендә баһалау‑статистика бүлеге ойошторола, 19 б. аҙ. — 20 б. башында өйәҙ земство башҡармаларында өйәҙ статистиктары вазифалары булдырыла. Крәҫтиән хужалыҡтарын тәүге тапҡыр һәр йортто иҫәпкә алып тикшереү Өфө губернаһында 19 б. 80—90 йй. үткәрелә: 1887 й. — Минзәлә өйәҙендә, 1895 й. һәм 1897 й. — Стәрлетамаҡ өйәҙендә һәм Өфө өйәҙендә, 1896 й. — Бәләбәй өйәҙендә һәм Минзәлә өйәҙендә, 1897 й. Бөрө өйәҙендә һәм Златоуст өйәҙендә. 1893 йылғы закон б‑са Өфө губ. статистик тикшереүҙәр үткәреү өсөн йыл һайын 32 мең һум күләмендә пособие алған. 1912—13 йй. губернала крәҫтиән хужалыҡтарын, һәр йортто индереп, беренсе дөйөм иҫәпкә алыу үткәрелә. Өфө баһалау‑статистика бүлеге 1916 й. Бөтә Рәсәй а.х. иҫәбен алыуҙы һәм 1917 й. Бөтә Рәсәй а.х. һәм ерҙәрҙе иҫәпкә алыуҙы үткәреүҙә ҡатнаша. 1918 й. 15 сент. ХКС декреты б‑са земство идара итеү органдарының губерна статистика учреждениелары базаһында губерна статистика бюролары төҙөлә, 1922 й. бөтөрөлә. Өфө губ. З.с. органдарының етәкселәре: Н.О.Осипов (1885 й. алып), О.Э.Шмидт (1886—87), Н.Г.Овчинников (1895 й. алып), С.Н.Велецкий (1896 й. алып), Е.В.Пашковский (1899 й. алып), М.П.Красильников (1903—18). Төп матбуғат баҫмалары: Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. (Өфө губернаһы буйынса статистик мәғлүмәттәр йыйынтығы; I—X т. Өфө‑Ҡазан‑Һамар, 1898—1911); Уфимские земские календари (Өфө земство календарҙары; Өфө, 1903—1913); Крестьянское хозяйство Уфимской губернии. Подворная перепись 1912—1913 гг. (Өфө губернаһының крәҫтиәндәр хужалығы. 1912—1913 йй. Өфөлә йорттар иҫәбен алыу, 1914); Историко‑статистические таблицы деятельности Уфимских земств. К сорокалетию существования земств Уфимской губернии. 1875—1914 (Өфө земстволары эшмәкәрлегенең тарихи-статистик таблицалары. Өфө губернаһы земстволарының барлыҡҡа килеүенең ҡырҡ йыллығына. 1875—1914; Өфө, 1915). Ағымдағы статистика материалдары буйынса 1898—1914 йй. йыл һайын “Хозяйственно-статистический обзор Уфимской губернии” (“Өфө губернаһы хужалыҡтарына статистик күҙәтеү”) баҫыла. Уның тәүге сығарылыштары “Обзор Уфимской губернии в сельскохозяйственном отношении” (“Өфө губернаһын ауыл хужалығы яғынан күҙәтеү”) тип атала.

Р.Ш.Ғатауллин, Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика