ЕР СӘЙӘСӘТЕ, дәүләттең ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Башҡорттарҙың ер мөнәсәбәттәрен дәүләт тарафынан көйләү 13 б. барып тоташа: Алтын Урҙа хакимдары башҡорттарға башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының аҫаба ерҙәрен һаҡлап ҡалдырыуҙы гарантиялаған ярлыҡтар биргән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы барышында башҡ. ҡәбиләләре вәкилдәренә жалованный грамоталар бирелгән, унда майҙаны яҡынса 35 млн дисәтинә аҫаба ерҙәрен һаҡлап ҡалдырыу гарантияһы яҙылған була (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы). Тәүге осорҙа хөкүмәттең төбәк терр‑яһында ер мөнәсәбәттәренә ҡыҫылыуы 16 б. аҙ. Өфө ҡәлғәһен төҙөү м-н сикләнә. 17—18 бб. Е.с. ерҙәрҙе аҫаба башҡорттар ҡарамағында һаҡлап ҡалдырыуға йүнәлтелгән була: башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен һатыу‑һатып алыу, таратыу һәм оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға биреү тыйыла (Собор уложениеһы, 1664, 1694 йй. Өфө воеводаларына наказдар, 1734 й. 31 майы, 1735 й. 20 апр., 1742 й. 10 июле, 1745 й. 21 июне, 1754 й. 16 марты, 1755 й. 1 сент. хөкүмәт указдары, 1790 й. 18 нояб. Сенат ҡарарҙары һ.б.). Колониялаштырыу темпының үҫеше күҙәтелә: ҡәлғәләр һәм нығытмалы сик һыҙыҡтары төҙөлә, хеҙмәтле кешеләрҙе башҡ. ерҙәре иҫәбенә тәьмин итеү, крәҫтиәндәрҙе һәм халыҡтың төрлө категорияларын Үҙәк өйәҙҙәрҙән һәм Волга буйынан күсереп килтереү (ҡара: Крәҫтиәндәр, Күскенселек хәрәкәте), уларҙың күпселеге башҡ. аҫаба ерҙәрен керҙәшлек клешеүе б-са файҙаланған; тау з‑дтары һәм монастырҙар төҙөү. Ырымбур экспедицияһын (1734—44) ойоштороу һәм башҡ. ерҙәрен дворяндарға, хеҙмәтле кешеләргә, тау з-дтары хужаларына һәм халыҡтың башҡа категорияларына һатыу‑һатып алыуҙы, Башҡортостан терр‑яһында ҡәлғәләр һәм тау з‑дтары төҙөүҙе рөхсәт итеүсе, керҙәштәргә ер биләмәләрен оброкһыҙ файҙаланыу хоҡуғын биреүсе указдар (1736 й. 11 февр.) Е.с. яңы этабының башланыуы була. Хөкүмәт ҡаҙна ихтыяждары иҫәбенә башҡ. ерҙәрен ирекле тотҡарлыҡһыҙ тартып алыуға рөхсәт бирә (Сенаттың 1740 й. 31 майы, 1761 й. 15 мартындағы указдары). 1739 й. 20 авг., 1753 й. 13 окт. указдары ситтән килгән халыҡтың ерҙе файҙаланыуын көйләү һәм төбәктә хөкүмәттең соц. терәген нығытыу кәрәклегенә бәйле сығарыла, уларға ярашлы мишәрҙәргә, татарҙарға, типтәрҙәргә һ.б. керҙәштәргә ихтилалдарҙа ҡатнашҡан [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)] терәген аҫаба башҡорттар ерҙәрендә ерҙе оброкһыҙ файҙаланыу хоҡуғы бирелә; тәүге тапҡыр башҡорттарҙың буш ятҡан ерҙәре ҡаҙнаныҡы тип иғлан ителә һәм күскенселәргә ер ошо фондтан бүленә (1770 й. 30 мартындағы указы). 18 б. башҡ. ихтилалдары хөкүмәтте башҡорттарға аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлауҙы бер нисә тапҡыр раҫларға мәжбүр иткән. Крәҫтиәндәр һуғышынан (1773—75) һуң ер мөнәсәбәттәренең ҡырҡыулашыуы Сенатты башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен мишәрҙәр һәм типтәрҙәргә биреүҙе тыйыу т-да ҡарар сығарырға мәжбүр итә; уларҙа рәсми документтары булған ерҙәр генә һаҡланып ҡала (1740 й. 18 нояб. указы). 1765 й. алып Рәсәйҙә ерҙәрҙе Генераль ыҙанлау үткәрелә, ул ер биләү һәм ерҙе файҙаланыуҙың төҙөлөшө т-да тулы мәғлүмәттәр алырға мөмкинлек бирә. Башҡ. ер биләүселегенең үҙенсәлектәре, төбәктең ҙурлығы Ырымбур һәм Өфө губерналарында Генераль һәм Махсус ыҙанлау үткәреүҙе көйләүсе бер нисә закон акты ҡабул итеүҙе талап итә. 1803 й. 27 июлендәге Сенат ҡарарына ярашлы — башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен, 1804 й. 23 июнендәгеһенә ярашлы тау-завод ерҙәрен ыҙанлау регламентлана. 1818— 32 йй. башҡ. ерҙәрен һатыу тыйыла. Төбәктә ер һатып алыуҙы рөхсәт итеү [указ (1832 й. 10 апр.)] терәген башҡорттар өсөн (ир-ат башына 40—60-ар дисәтинә), хәрби (30-ар дисәтинә) һәм гражданлыҡ ведомстволары керҙәштәре өсөн (15-әр дисәтинә) иң бәләкәй тартып алынмай торған бүлемдәр билдәләү м-н сикләнгән. Аҫабаларҙы һәм керҙәштәрҙе ер м-н тәьмин итеү тәртибе һәм принциптары (1824 й. 15 апр., 1857 й. 10 июне һәм 23 июлендәге указдар); кенәздәр, мырҙалар, сауҙагәрҙәр һәм мещандарҙың (1884 й. 10 ғин. указ) башҡ. дайсаларында ер биләүе билдәләнгән. Ер бәхәстәрен хәл итеү өсөн 1848 й. Өфөлә Башҡ. ыҙан комиссияһы (ҡара: Ыҙан комиссиялары) төҙөлә. Идара итеүҙең кантон системаһын һәм крепостной хоҡуҡты бөтөрөү Е.с. яңы этабының башланғысы була, ул төбәктең аҫаба башҡорттары һәм ситтән килгән халыҡтың ер биләүселеген һәм ерҙе файҙаланыуын тигеҙләүгә йүнәлтелгән була. 1863 й. 14 майындағы “Башҡорттар тураһында положение” б-са, башҡорттарҙа бөтә ер биләмәләре һаҡланып ҡала, тартып алынмай торған ер майҙаны (40 дисәтинә) билдәләнә, йән башына бүлеүҙән ҡалған ерҙәр аҫабаларҙың коллектив милке тип иҫәпләнә. Указ (1869 й. 10 февр.) м-н күп һәм аҙ ерле дайсалар өсөн ер биләмәләренең майҙаны билдәләнә, “запас ерҙәр” фонды булдырыла, күсеп килеүсе крәҫтиәндәр милеккә ер һатып алыу хоҡуғына эйә була. Башҡ. дайсалары эсендә аҫаба башҡорттар һәм халыҡтың төрлө категориялары вәкилдәре араһында ер биләмәләрен тулыһынса бүлеү 1898 й. 20 апр. “Башҡорт дайсаларын ыҙанлау тураһында положение”ға ярашлы үткәрелә. 1884 й. 14 мартындағы указы м‑н башҡ. урмандарының бер өлөшө ҡаҙна файҙаһына һатып алына; 1897 й. 6 июнендә “Өфө һәм Ырымбур губерналарындағы башҡорт урмандарын ҡаҙна ҡарамағына алыу тураһында” законы ҡабул ителә. Столыпин аграр реформаһы осоронда Е.с. башҡ., ш. уҡ крәҫтиән общиналарын тарҡатыуға йүнәлтелә һәм башҡ. ерҙәре майҙанының артабан кәмеүенә килтерә. 1917 й. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы саҡырылғанға тиклем ер мөнәсәбәттәрен көйләү өсөн ер комитеттары төҙөү башлана. 1917 й. 27 окт. Ер т‑дағы декрет м-н хосуси милек бөтөрөлә, ер халыҡ (дәүләт) милке тип иғлан ителә (ҡара: Национализациялау), ерҙе һатыу, ҡуртымға алыу, залогҡа һалыу һәм уны алыуҙың башҡа юлдары тыйыла. Ерҙе билдәләнгән нормалар б-са тигеҙ бүлеү принцибы иғлан ителә. Крәҫтиәндәрҙең ерҙе шәхси файҙаланыуы м-н бер рәттән, йәмәғәт формалары ла (община, артель һ.б.) рөхсәт ителә. Ерҙе тигеҙләп бүлеү эре хосуси ер биләмәләренә генә түгел, ш. уҡ крәҫтиәндәр биләмәләренә лә ҡағылған; биләмәләр алыҫлаша, уларҙың бер-береһенә үтеп ингән, аралашҡан баҫыуҙар арта. Был осорҙоң Е.с. ер мөнәсәбәттәренә дәүләт идаралығын, ерҙәрҙе һаҡлауҙы, ер төҙөлөшөн, ер өсөн түләүҙе көйләүгә һ.б. йүнәлтелгән була. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1919 й. 14 февр. “Социалистик ер төҙөлөшө һәм социалистик игенселеккә күсеү саралары тураһында” ҡарары ерҙә хужалыҡ итеүҙең хосуси формаларынан коллектив формаларға күсеүҙе нығыта. 1917—21 йй. Башҡорт милли хәрәкәтенең үҫеше һәм Башҡортостан автономияһының нығыныуы осоронда Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары резолюцияларында башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡалдырыу, 1917 й. тиклем тартып алынған ерҙәрҙе башҡ. халҡына кире ҡайтарып биреү кәрәклеге белдерелә. 1919 й. 14 окт. Башҡортостан хәрби‑революцион комитетының 1-се закон акты “Башҡорт Совет Республикаһында ерҙе файҙаланыу һәм бүлеү тураһында ваҡытлы ҡағиҙәләр” (ҡара: Ергә хоҡуҡ) ҡабул ителә. 1922 й. БАССР-ҙың Ер кодексы ҡабул ителә, уға дөйөм Рәсәй принциптары м-н бер рәттән төҙәтмәләр һәм өҫтәмәләр индерелгән. Кодекс башҡа шарттарҙың тигеҙ булыуы м-н бергә башҡорттарға ерҙе беренсе сиратта бүлеүҙе күҙ уңында тотҡан; тигеҙләп бүлеү барышында алынған һәм коммуна, артелдәргә соц. ер төҙөлөшө тәртибендә бүлеп бирелгән бөтә ерҙәр ҙә халыҡҡа даими файҙаланыуға бирелә; Башҡ. республикаһы терр-яһындағы һәм унан ситтәге ерҙе бер үк ваҡытта даими файҙаланыу тыйыла; тау‑урманлы игенселек һәм малсылыҡ райондарында ер төҙөлөшөнөң айырым тәртибен эшләү ҡаралған. БАССР-ҙың игенселек ХК тарафынан тау-урман райондары йәмғиәттәренә асыҡтан-асыҡ ғәмәли файҙаланыуға һөрөнтө ер һәм бесәнлектәр, ш. уҡ башҡорт йәйләүҙәре һәм тибенлектәр беркетелә. Урмандарҙы һаҡлау ҡағиҙәләрен һ.б. үтәү шарттары б‑са дәүләт әһәмиәтендәге урмандарҙа түләүһеҙ мал көтөү рөхсәт ителә. 30‑сы йй. башынан алып респ. Е.с. дөйөм дәүләт сәйәсәтенә ярашлы тормошҡа ашырыла. 90‑сы йй. ер реформалары (ҡара: Ер реформаһы) сиктәрендә 1995 й. БР‑ҙа референдум үткәрелә, унда ҡатнашыусыларҙың 84,4%‑ы а.х. ерҙәрен хосусилаштырыуға ҡаршы тауыш бирә. 2001 й. алып БР-ҙа Е.с. федераль закондарға ярашлы алып барыла.

Әҙәб.: Демидова Н.Ф. Землевладение и землепользование в Уфимском уезде в XVI—XVIII вв. //Ежегодник по аграрной истории Восточной Европы. 1962. Минск, 1964; Шакурова Ф.А. Башкирская волость и община в середине XVIII — первой половине XIX века. Уфа, 1992; Акманов А.И. Земельные отношения и башкирское землевладение во второй половине XVI — начале XX вв. Уфа, 2007.

А.И.Аҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика