ЗАРУБИН Иван Никифорович, З.‑Чика, граф Чернышёв [1736, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле провинцияһы Яйыҡ ҡаласығы, хәҙ. Уральск ҡ., — 10.2. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 24.1.) 1775, Өфө], Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв генералы. Казактарҙан. Ырымбур сик һыҙығының Яйыҡ ҡаласығында хеҙмәт итә. 1772 й. Яйыҡ казактары ихтилалында ҡатнашыусы. 1773 й. сент. алып баш күтәреүселәрҙең Баш ғәскәрен, Хәрби коллегияһын, Йәшерен советын (аҙаҡтан үҙе ағза булып инә) һ.б. идара итеү органдарын ойоштороусыларҙың береһе. Окт.—нояб. Ырымбурҙы ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша. 7—9 нояб. Бөгөлмә ведомствоһының Бикҡол һәм Йүзәй аа. янында З. һәм А.А.Овчинниковтың отрядтары В.А.Кар командалыҡ иткән хөкүмәт ғәскәрҙәрен ҡыйрата. Нояб. аҙ. Я.С.Антипов, И.И.Ульянов м‑н бергә Пугачёв тарафынан артиллерия туптары, һуғыш кәрәк‑ярағы етештереүҙе, улар м‑н тәьмин итеүҙе ойоштороу өсөн Воскресенка заводына ебәрелә. Дек. уртаһында Чесноковка баш күтәреүселәр үҙәгенә етәкселек итә: халыҡты мобилизациялай, баш күтәреүселәрҙе ҡорал һәм аҙыҡ-түлек м‑н тәьмин итеүҙе ойоштора, мародёрлыҡҡа ҡаршы көрәш алып бара һ.б. Дек. аҙ. — мартта Өфөнө ҡамау һәм штурмлау эшенә етәкселек итә (1773 й. 23 дек. — 10 меңгә, 1774 й. 25 ғин. 12 меңгә яҡын баш күтәреүсе ҡатнаша), ҡаланы һуғышһыҙ биреү т‑да ҡамауҙағылар м‑н һөйләшеүҙәр алып бара. 1774 й. мартында Өфө провинцияһы Зубов а. (Өфө р‑ны) янында З. етәкс. баш күтәреүселәр (7 меңгә яҡын кеше) И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н һуғышта еңелә. 26 мартта Богоявленск заводы янында әсиргә алына. Ҡазан йәшерен комиссияһында, нояб. алып Мәскәүҙә Сенаттың Йәшерен экспедицияһында тикшереү аҫтында була. Язалап үлтерелә.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика