ЗАРИПОВ Зиннур Зариф улы [10.3.1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Түб. Әлкәш а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 11.7.1997, Дүртөйлө р‑ны Исмаил а.], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем Дүртөйлө р‑нының “Ҡыҙыл Бүләк” к‑зы бригадиры, рәйесе. 1941 й. окт. алып Калинин, Воронеж, Ялан, 2‑се, 1‑се һәм 4‑се Украина фронттарында 38‑се армияның 183‑сө уҡсылар див. 432‑се гаубица артиллерия полкында артиллерист‑тоҫҡаусы, 1942 й. 623‑сө артиллерия полкында орудие ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н З. 1944 й. мартында Винница, Чертков ҡҡ. һәм июлдә Львов ҡ., 1945 й. февр. Струмень ҡ. (Чехословакия) өсөн барған һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1945) “Ҡыҙыл Бүләк” к‑зы рәйесе, рәйес урынбаҫары, ферма мөдире булып эшләй. 1‑се (1945), 2‑се һәм 3‑сө (1944 й. окт. һәм апр.) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Дүртөйлө ҡ. урамға З. исеме бирелгән.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика