ЗАКИРОВ Игорь Рәүеф улы (2.1.1945, Черниковск ҡ., хәҙ. Өфө эсендә), лётчик, капитан. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1994). СССР‑ҙың атҡ. һынаусы лётчигы (1990). И.С.Полбин ис. Ырымбур юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (1967), СССР Авиация сәнәғәте министрлығының Һынаусы лётчиктар мәктәбен (1973) һәм Мәскәү авиация ин‑тын (1975) тамамлаған. 1963—71 йй. Совет Армияһында. 1967—71 йй. Балтик флоты 240‑сы авиация полкы лётчигы. 1973 й. алып С.В.Ильюшин ис. авиация комплексының һынаусы лётчигы. Берлин, Дели, Париж, Пекин, Прага, Сантьяго, Сингапурҙа һ.б. халыҡ‑ара күргәҙмәләрҙә ИЛ‑76, ИЛ‑36, ИЛ‑96 һәм ИЛ‑114 самолёттары сығышында ҡатнаша. Герой исеменә З. авиация техникаһын һынауҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. “Шәхси батырлыҡ өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (1992).

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика