ЗАКИРОВ Әхмәт Закир улы [19.3.1911, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Кәшкәләү а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 29.3. 1988, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1944). Гвардия лейт. (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Владивосток хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (1941). 1933—35 йй., 1937—39 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. Брянск, Көнбайыш һәм Үҙәк фронттарҙа хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армияның 76‑сы гвардия уҡсылар див. 239‑сы гвардия уҡсылар полкының взвод ком. гвардия кесе лейтенанты З. 1943 й. 27 сент. 28‑енә ҡараған төндә Белорус ССР‑ы Комарин а. эргәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1944) Яңы Өфө НЭЗ‑ында эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика