ЗАЙЦЕВ Яков Васильевич (5.10.1923, Сыуаш авт. өлк. Батеево а. — 9.8.1994, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1975), проф. (1976). РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984), БАССРҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан пед. ин‑тын (1948), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. тамамлаған (Мәскәү, 1954). 1948 й. алып Ҡазан пед. ин‑тында уҡыта, 1954 й. — КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Өфө юғары партия мәктәбенең тарих ф. каф. мөдире. 1960— 94 йй. БДУ‑ла эшләй: 1960 й. башлап тарих ф‑ты деканы, 1973—90 йй. дөйөм тарих каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре 19 б. аҙ. — 20 б. башында Германияла эшселәр хәрәкәте һәм соц.демократик хәрәкәт тарихына арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Роза Люксембург в борьбе против оппортунизма, за творческое развитие марксистcкой теории. Саратов, 1987.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика