ЗӘЙНЕТДИНОВ Шамил Рәшит улы (28.11.1951, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2001). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Өфөлә эшләй: ТТӘИ‑лә (1995 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 2000 й. — Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад. (ватан һәм дөйөм тарих каф. мөдире), 2003 й. — Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тында (2005 й. башлап философия, тарих һәм хоҡуҡ каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре 19 б. аҙ. — 20 б. 30‑сы йй. Рәсәй йәмғиәтенең яңырыуына, 20 б. 2‑се ярт. Рәсәйҙә соц. һәм милләт‑ара мөнәсәбәттәр үҫешенә, БР халҡының соц. структураһы үҙгәрешенә һәм уның соц. мобиллеге мәсьәләләренә арналған. 50‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Социальная структура Башкирской АССР (60—80‑е гг.). М., 1990; Социальная структура в процессах модернизации российского общества (рубеж XIX—XX вв. — конец 1930‑х гг.). Уфа, 2000.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика