ЗАДИОНЧЕНКО Семён Борисович (ысын исеме Зайончик Шимон Борухович; 1898, Полтава губ. Кременчуг ҡ. — 19.11.1972, Мәскәү), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1917 й. рус армияһында; 1918—20 йй. һәм 1941—42 йй. Ҡыҙыл Армияла. 30‑сы йй. Мәскәүҙең ВКП(б) Бауман район ком‑ты секретары, РСФСР ХКС‑ы рәйесе урынбаҫары. 1941—42 йй. Көньяҡ фронттың хәрби советы ағзаһы. 1942 й. ғин. — 1943 й. февр. ВКП(б) Башҡ‑н өлкә ком‑тының 1‑се секретары. 1943 й. алып ВКП(б)‑ның Днепропетровск, Донецк, Кемерово өлкә ком‑ттарының 1‑се секретары, СССР‑ҙың әҙерләүҙәр министрының 1‑се урынбаҫары, 1951—58 йй. КПСС ҮК аппаратында. СССР ЮС‑ының 1—2‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1939, 1943, 1945), Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Очерки истории Башкирской организации КПСС. Уфа, 1973.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика