ЗАГУМЕННОВ Дорофей Макарович (? — 25.8.1774, Әстерхан губ. Чёрный Яр ҡ. янында), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Дәүләт крәҫтиәндәренән. 1755 й. алып ӘүжәнПетровск заводтарында мастеровой (ҡара: Мастеровой һәм эшсе кешеләр). 1773 й. көҙөндә ихтилалға ҡушыла. 1774 й. ғин.—мартында Ырымбур ҡ. эргәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша. Апрель уртаһынан Әүжән-Петровск һәм Белорет заводтары, Вознесенка (Ырғыҙлы) заводының тау сәнәғәте крәҫтиәндәренән ойошторолған Әүжән полкы командиры. Июль башында Ҡазан губернаһының Әүжән‑Петровск з‑дтарына беркетелгән торама пункттарында крәҫтиәндәр күтәрелештәренә етәкселек итә. Июль—авг. З. полкы Ҡазан эргәһендәге алыштарҙа, Ҡазан һәм Әстерхан губ. терр‑яһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Һуғышта һәләк була.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика