ЗАҺИТОВ Ғазый Ҡазыхан улы [20.8.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Янағош а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 23.8.1953, шунда уҡ], артиллерист, разведчик. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. Өлкән сержант З. һәм сержант М.П.Минин, 3‑сө удар армияһы 136‑сы армия туп артиллерия бригадаһы разведка дивизионының штурмлау төркөмө составында эш итеп, 1945 й. 30 апр. 22 сәғ. 40 минутта рейхстаг бинаһы өҫтөнә Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай. Демобилизациянан һуң (1945) Мишкә р‑нында эшләй: 1946 й. алып Янағош ауыл советы рәйесе, 1950 й. — Уръяҙы МТС‑ы механигы. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 2‑се (1945) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Абдуллин И.А. И вспыхнул стяг над Рейхстагом. Уфа, 2000.

Г.Т.Хөсәйенова

Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика