ДЁМИН Юрий Сергеевич (23.5.1940, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Булгаков а. — 13.11.2009, Өфө), дәүләт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. транспорт хеҙм‑ре (1995). Силәбе политехник ин‑тын (1965), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1979) тамамлаған. 1965 й. алып — Башҡ‑н транспорт идаралығының 2‑се Өфө йөк автохужалығында, 1969 й. “Башкирстройтранс” тресының 1‑се автобазаһында эшләй. 1970 й. башлап КПСС‑тың Өфө ҡала ком‑ты инструкторы, 1975 й. — Өфөнөң КПСС Киров район ком‑ты секретары. 1987 й. алып Өфөнөң Киров район Халыҡ депутаттары советының башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары, рәйесе. 1990 й. башлап БР ЮС‑ы рәйесенең 1‑се урынбаҫары, 1994 й. — рәйесе. 1995 й. алып Хеҙмәт, халыҡты эш м‑н тәьмин итеү һәм соц. яҡлау министрлығының Халыҡты эш м‑н тәьмин итеү идаралығы министры урынбаҫары‑начальнигы. 2000—2004 йй. “Газ-Сервис” ААЙ‑ның ген. дир. урынбаҫары. БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.