ДЕМИДОВА Наталья Фёдоровна (27.10.1920, Орёл губ. Яңы Посёлок а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1990). Мәскәү тарих‑архив ин‑тын тамамлаған (1942). 1946—64 йй. һәм 1993—98 йй. Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында, 1964 й. алып Дәүләт тарих музейында, 1967 й. — СССР ФА‑ның Алыҫ Көнсығыш ин‑тында (1972 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1976—92 йй. РФА‑ның Рәсәй тарихы ин‑тында (бөтәһе лә — Мәскәү) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре 16—18 бб. Рәсәйҙә соц.-иҡт. мөнәсәбәттәргә һәм дәүләт м‑н идара итеүҙе ойоштороуға, уның тышҡы сәйәсәтенең көнсығыш йүнәлешенә арналған. Археография, геральдика, сығанаҡтар өйрәнеү һәм сфрагистика м‑н шөғөлләнә. “Өфө буйынса ер бүлеп биреү кенәгәһе (1591/92—1629 йй.)” [1971; “Отводная книга по Уфе (1591/92—1629 гг. )”], “Башҡортостан тарихы буйынса материалдар” (3–6, 1949—2002) йыйынтыҡтарын баҫмаға әҙерләй. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Социально-экономические отношения в Башкирии в первой четверти XVIII в. //Материалы научной сессии, посвящённой 400-летию присоединения Башкирии к Русскому государству. Уфа, 1958; Землевладение и землепользование в Уфимском уезде XVI—XVIII вв. //Ежегодник по аграрной истории Восточной Европы 1962. Минск, 1964; Служилая бюрократия в России XVII в. и её роль в формировании абсолютизма. М., 1987.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.