ДЁМА Леонид Васильевич (18.6.1916, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Михайловка а. — 17.12.2004, Магнитогорск ҡ.), лётчик, гвардия полковнигы (1995). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан инструкторлыҡ‑лётчиктар мәктәбен тамамлағандан һуң (1934) Силәбе аэроклубы инструкторы булып эшләй. 1941 й. алып Совет Армияһында. Окт. башлап Көнбайыш, Сталинград, Көньяҡ, Төньяҡ Кавказ, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се һауа армияһы 10‑сы гвардия истребителдәр авиация див. 112‑се гвардия истребителдәр авиация полкы ком. ярҙамсыһы капитан Д. 38 һауа алышында дошмандың 22 самолётын юҡ иткәне өсөн (1944 й. июленә ҡарата) лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) — Ставрополь аэроклубында, 1949 й. алып Камчатка һәм Поляр түңәрәгенең аръяғында граждандар авиацияһында, 1962—72 йй. Магнитогорскиҙа эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1945), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018