ДЕКОЛОНГ (Клапье де Колонг) Иван Александрович (1716—1789, С.‑Петербург), хәрби инженер. Ген.-поручик (1771). 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын һәм Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда баш күтәреүселәрҙең ҡораллы көстәрен тар-мар итеүҙә ҡатнаша. 1733—77 йй. рус армияһында. 1763—68 йй. Себер сик һыҙығының (ҡара: Нығытмалы сик һыҙыҡтары) Ишем, Колывань‑Кузнецк һәм Тубыл дистанциялары коменданты, 1771 й. алып Айырым Себер корпусы командиры. 1773 й. окт. башлап Ырымбур губернаһындағы ихтилалды баҫтырыуға Себер сик һыҙығынан гарнизон һәм еңел ялан командалары ебәреү м‑н шөғөлләнә. 1773 й. ҡышы — 1774 й. йәйендә Урал аръяғында һәм Көнбайыш Себерҙә баш күтәреүселәр отрядтарын юҡ итеүгә, Урта Уралдағы тау заводтарын обороналауға етәкселек итә. 1774 й. 21 майында Троицк ҡәлғәһе янында Е.И.Пугачёвтың Төп ғәскәрен ҡыйрата. Изге Александр Невский орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Дмитриев-Мамонов А.И. Пугачёвский бунт в Зауралье и Сибири: исторический очерк по официальным документам. СПб., 1907.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018