ДЕКАБРИСТАР, 19 б. 1‑се ярт. Рәсәйҙә йәшерен йәмғиәттәрҙә ҡатнашыусылар, улар 1825 й. 14 дек. С.‑Петербургта, 1825 й. 29 дек. — 1826 й. 3 ғин. Киев губ. Белая Церковь а. ҡораллы сығыш ойоштора. Д. күпселеге — дворяндар (башлыса офицерҙар). Ҡораллы түңкәрелеш юлы м‑н крепостной хоҡуҡты бөтөрөү һәм абс. монархияны юҡ итеү Д. идеологияһының төп фекере була. Д. төп ойошмалары: “Ҡотҡарыу союзы” (1816—17), “Именлек союзы” (1818—21), Төньяҡ йәмғиәт (1821—25), Көньяҡ йәмғиәт (1821—25) һәм “Берләшкән славяндар йәмғиәте” (1823—25, 1825 й. Көньяҡ йәмғиәткә инә). Ҡораллы сығыш баҫтырылғандан һуң, Д. эше б‑са тикшереүгә 600‑гә яҡын кеше йәлеп ителә. Юғары енәйәт суды ҡарарҙары б‑са 5 Д. язаға тарттырыла, 115‑е каторгаға һәм һөргөнгә, ш. иҫ. алыҫ ҡәлғә гарнизондарына һалдатлыҡҡа оҙатыла; күп кенә ҡалаларҙа булып үткән махсус хәрби судтар ҡарары б‑са 130‑ҙан ашыу Д. каторгаға оҙатыла, ҡәлғәләргә ябыла, Кавказға хәрәкәт итеүсе армияға күсерелә, алыҫ ҡәлғәләргә ебәрелә. Шулай уҡ 3 меңгә яҡын һалдат һәм матрос яуапҡа тарттырыла. Ырымбур сик буйы батальондарына подпоручик Д.А.Истрицкий (Төньяҡ йәмғиәт ағзаһы; Ырымбур өйәҙе Орск ҡәлғәһе, хәҙ. Орск ҡ.), ротмистр Е.Е.Франк (Көньяҡ йәмғиәткә ингән; Әстерхан губ. Уральск ҡ.), рядовойҙар П.А.Бестужев (Төньяҡ йәмғиәт ағзаһы, 14 дек. сығышта ҡатнашыусы, элекке мичман; Верхнеурал өйәҙе Ҡыҙыл ҡәлғәһе, хәҙ. Силәбе өлк. Ҡыҙыл а.), А.В.Веденяпин (“Берләшкән славяндар йәмғиәте” ағзаһы, 14 дек. сығышта ҡатнашыусы, элекке прапорщик; Ырымбур губернаһы Верхнеурал ҡ.), Ф.Г.Вишневский (14 дек. сығышта ҡатнашыусы, элекке лейт.; Ырымбур губ. Троицк ҡ.), Н.П.Кожевников (Төньяҡ йәмғиәт ағзаһы, 14 дек. сығышта ҡатнашыусы, элекке подпоручик; Ырымбур), Е.С.Мусин‑Пушкин (14 дек. сығышта ҡатнашыусы, элекке лейт.; Силәбе өйәҙе Звериноголовский ҡәлғәһе, хәҙ. Ҡурған өлк. Звериноголовский а.) ебәрелә. 1827 й. улар айырым Кавказ корпусына күсерелә. 1826—40 йй. Ырымбур гарнизонының инвалидтар командаһында 14 дек. сығышта ҡатнашҡан матрос О.Кононов м‑н канонир С.Зайцев хеҙмәт итә. 1826—33 йй. Ырымбур госпиталендә баш күтәреүҙә ҡатнашыусыларҙы йәшереп тотоуҙа ғәйепләнгән штаб-лекарь Н.Г.Смирнов эшләй. 1828—40 йй. 9‑сы һәм 5‑се Ырымбур сик буйы батальондарында (Верхнеурал) — 14 дек. сығышында ҡатнашҡан подпоручик И.М.Черноглазов, 1830—31 йй. 7‑се Ырымбур сик буйы батальонында (Ҡыҙыл ҡәлғәһе) — Төньяҡ йәмғиәт ағзаһы поручик А.С.Горожанский, 1830 й. батальондарҙың береһендә — “Берләшкән славяндар йәмғиәте” ағзаһы рядовой Н.П.Красницкий (элекке подпоручик), 1833—34 йй. 10‑сы сик буйы батальонында (Өфө) — 14 дек. сығышта ҡатнашҡан прапорщик А.А.Фок (Төньяҡ йәмғиәткә ингән), 1819—26 йй. Ырымбур айырым корпусында “Именлек союзы” ағзаһы Ген. штабтың гвардия капитаны В.Д.Вольховский хеҙмәт итә. 1827 й. алып Ырымбурҙа полиция күҙәтеүе аҫтында Төньяҡ йәмғиәт ағзаһы поручик А.А.Жемчужников (1839—40 йй. Хиуа походында ҡатнаша) йәшәй. Д. Ырымбур йәшерен йәмғиәте эшмәкәрлегенә йоғонто яһай.

 Әҙәб.: Гвоздикова И.М. Против крепостничества и самодержавия (ссыльные декабристы в Оренбургской губернии) //Сохраним выцветшие строки... Уфа, 1988; шул уҡ. Оренбургская политическая ссылка на дворянском этапе освободительного движения в России //Социально-экономическое и политическое развитие Башкирии в конце XVI — начале XX в.: сб. ст. Уфа, 1992

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.