ДВОРЯНЛЫҠ, закон м‑н нығытылған һәм быуындан быуынға тапшырылған өҫтөнлөктәргә эйә донъяуи ер биләүселәр, юғары һәм урта дәүләт хеҙм‑рҙәре ҡатламы. Рәсәйҙә 12—13 бб. хәрби‑хеҙмәтлеләр ҡатламының түбәнге өлөшө булараҡ барлыҡҡа килә. Ҡатлам 1785 й. “Затлы дворянлыҡтың хоҡуҡ, азатлыҡ һәм өҫтөнлөктәргә грамоталары” нигеҙендә юридик яҡтан тулыһынса рәсмиләштерелә, унда дворяндарҙың хоҡуҡтары һәм өҫтөнлөктәре билдәләнә: тән язаһы бирелеүҙән азат булыу, ерҙәрҙе һәм ер аҫты байлыҡтарын шәхси милеккә беркетеү, нәҫел биләмәләренең тартып алынғыһыҙ булыуын иғлан итеү, дворяндар үҙидаралығын индереү, Д. биреү хоҡуғын губерна дворяндар йыйылышына тапшырыу. Башҡортостан терр‑яһында 16 б. һуңғы сирегенән Волга буйы ҡалаларының (Түб. Новгород, Ҡазан, Әстерхан, Арзамас) Д. хәрби хеҙмәт башҡара. 16 б. аҙ. Өфөлә дворяндар корпорацияһы — хеҙмәтле ҡала барлыҡҡа килә, уның нигеҙен 16 б. уртаһына тиклем хасил булған урыҫ дворян нәҫелдәре тәшкил итә. 17 б. аҙ. төбәктә 57 фамилияға ҡараған 168 дворян иҫәпләнә, 1816 й. ҡарата ошоға ярашлы — 194 һәм 351. Формалашыуының башланғыс осоронда төбәк Д. аҙ һанлы һәм соц. сикләнгән булыуы м‑н айырыла, быға хөкүмәттең ер сәйәсәтенә һәм Өфө хеҙмәтле кешеләренең эш хаҡының Өфө өйәҙендәге оклад йыйымдарына бәйлелеге сәбәпсе була (Өфө Д. Ҡазан һарайы приказына буйһона). Указдар (1736 й. 11 февр.) м‑н башҡ. ерҙәрен һатып алыуға сикләүҙәр бөтөрөлә, Өфө Д. составы Рәсәйҙең үҙәк өлкәләре Д., яңы суҡындырылған хеҙмәтлеләр, сит ил кешеләре (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр), шляхта (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы), татар мырҙалары һәм кенәздәре, башҡ. тархандары һ.б. иҫәбенә киңәйә. 18 б. уртаһынан Ырымбур Д. формалаша; 1800 й. Ырымбур губернаһының 200‑ҙән ашыу дворян нәҫеле сығышы б‑са татар мырҙаларынан һәм кенәздәренән була. 1782 й. Д. халыҡтың 0,3%‑ын тәшкил итә, 1834 й. — 0,6%‑ын. 19 б. башындағы ҙур дворян нәҫелдәре: Аничковтар, Третьяковтар, Вавиловтар, Артемьевтар, Әхмәмәтовтар, Волковтар, Каловскийҙар һ.б. Башҡорттар өсөн, хәрби һәм граждан хеҙмәтендәге дәрәжәләрҙә хеҙмәт итеп, званиеға өлгәшеү дворяндар ҡатламына инеүҙең төп юлы була. Башҡ. Д. ҙур өлөшө 19 б. 1‑се ярт. формалаша. Был осорҙа Ырымбур губ. дворяндарҙың нәҫел китаптарына К.Аҡсулпанов, Ә.Солтанов, Н.Кейеков, М.Мусин, Б.Ҡыуатов, А.Бәкеров, С.Собханҡолов, Ә.Йәһүҙин һ.б. индерелә, улар хәрби хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн быуындан быуынға тапшырыла торған Д. ала һәм нәҫел китабының 2‑се өлөшөнә теркәлә. Ҡатындары, балалары һәм ейәндәре м‑н бергә Д. лайыҡ булған И.Биксурин нәҫел китабының 1‑се өлөшөнә яҙыла. 1850 й. Ырымбур губ. башҡорттарҙан ғаиләләре м‑н 590 дворян иҫәпләнә. 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу б‑са, Өфө губ. башҡорттарҙан ғаиләһе м‑н нәҫелдән килгән дворяндар 512 кеше һанала, Ырымбур губ. — 452, шәхси дворяндар — ошоға ярашлы 133 һәм 207. Кантон нач. Ә.А.Дәүләтшин, Ҡыуатовтар, Солтановтар, ш. уҡ Аҡсулпановтар, Ибраһимовтар, Рафиҡовтар, Нуғайбәковтар, Ҡәйеповтар һ.б. айырыуса абруйлы башҡ. дворяндары була. Башҡ. дворяндарының күбеһе Ҡазан ун‑тында (И.М.Ҡотлобаев, М.Х.Көсөков, Ә.Ә.Ҡыуатов һ.б.), Неплюев кадет корпусында (Ә.А.Дәүләтшин, С.Ш.Нуғайбәков, М.М.Биксурин, А.М.Солтанов, Ш.Ш.Сыртланов, Ғ.Ш.Сыртланов һ.б.) белем ала. Башҡ. Д. күбеһенсә шәхси характерҙа була: 1828 й. указға ярашлы, казак ғәскәрҙәре офицерҙары тик шәхси Д. ала алған; Изге Станислав орд. статутында Башҡорт ғәскәрендәге чиндарҙың тик шәхси Д. алыу хоҡуғына эйә булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына; башҡорттарҙан хеҙмәттә тулы хоҡуҡлы чинға өлгәшмәгән нәҫелдән килгән Д. улдары аҡса йөкләмәһе үтәргә тейеш була. Башҡ. тархандарының ҙур булмаған өлөшө идара итеүҙең кантон системаһы осоронда тулы хоҡуҡлы офицер чиндары һәм шәхси йәки нәҫелдән килгән Д. ала. Башҡ. Д., “Башҡорттар тураһында положение”ға ярашлы хоҡуҡтары м‑н урыҫ Д. тиңләштерелә. Нәҫелдән килгән мишәр һәм татар дворяндар араһында Аҡсуриндар, Биғловтар, Йәнекәевтәр, Ҡудашевтар, Тереғоловтар була.Башҡортостанда тәүге тапҡыр урыҫ дворяндарына биләмәгә күпләп поместьелар биреү 1591—94 йй. ҡарай. Был осорҙа дворяндарҙың һәм баяр балаларының күпселеге 7‑нән 50‑гә тиклем сирек ер ала, ер биреү крепостной крәҫтиәндәр һанына ҡарап ғәмәлгә ашырыла; поместьеларҙың күләме тейешле поместье окладынан 3—4 тапҡырға кәмерәк була. 1591—1736 йй. Өфөнөң 127 дворянына 15 меңдән ашыу дисәтинә ер поместьеға бирелә. 18 б. 2‑се ярт. поместье биләмәләрен бүлмәй һаҡлау тенденцияһы ярала, был төбәктә крепостной крәҫтиәндәрҙең аҙ булыуына бәйле. 1647 й. — 95 ауылдың 67‑һе, 1718 й. 112 ауылдың 15‑е айырым алпауыттарҙыҡы була. 17 б. 2‑се ярт. дворян ер биләүселегенең үҫеше Өфө тирәһендә резерв фондының ҡыҫҡарыуы арҡаһында әкренәйә: 1 алпауытҡа 17 б. уртаһында — 40‑тан 60‑ҡа тиклем сирек ер (иң ҙур 10 ер биләүсе нәҫел төркөмөндә 150‑нән 250‑гә тиклем сирек), 18 б. башында 15‑тән 40 сиреккә тиклем ер тап килә. 1700 й. Башҡортостанда күбеһенсә Өфө һәм Кама аръяғы сик һыҙыҡтары ҡәлғәләре эргәһендә урынлашҡан 162 дворян поместьеһы иҫәпләнә; һөрөнтө ерҙәр уларҙың 79‑ында — 125‑тән 240‑ҡа тиклем, 83‑өндә 250‑нән 500‑гә тиклем дисәтинә тәшкил итә. 17 б.—18 б. башында Өфө өйәҙе терр‑яһында баш ҡала юғары ҡатламы йәки күрше өйәҙҙәрҙең дворяндары вәкилдәренә ҡараған бер поместье биләмәһе лә барлыҡҡа килмәй, Ырымбур губ. Д. ер биләүе ҡәтғи рәүештә хеҙмәт м‑н бәйле була. Төбәктә 18 б. 30‑сы йй. Рәсәй дворян ер биләүселеге үҫешенең сәбәбе — Рәсәй хөкүмәтенең ер сәйәсәте үҙгәреүе. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырғандан һуң урындағы администрация Кинәле, Кесе Кинәле, Ҡотолоҡ йй. буйындағы аҫаба башҡ. ерҙәре иҫәбенә поместьелар таратырға тотона. 18 б. 40‑сы йй. аҙ. — 50‑се йй. башында Зимнинский, Ланов, Мертваго, Страхов, Языков һ.б. поместьелар ала. Дворяндарҙың ер биләмәләрен киңәйтеүҙең икенсе юлы — ҡаҙнаныҡы тип иғлан ителгән һәм льготалы хаҡҡа һатылған башҡ. ерҙәрен алыу, ш. уҡ башҡорттарҙың үҙҙәренән ерҙәр һатып алыу. Ҡайһы бер дворяндар (А.И.Тәвкилев, А.Кротков һ.б.) ер алғанда керҙәшлек институтын файҙаланып керҙәш булып китә. 18 б. аҙ. Башҡортостанда бөтә майҙаны 2,5 млн дисәтинәнән ашыу тәшкил иткән 569 дворян поместьеһы иҫәпләнә; имениеларҙың 50%‑ы — ҙур (1000 һәм унан да күберәк дисәтинә), 38%‑ы — уртаса (100‑ҙән 1000 дисәтинәгә тиклем), 12%‑ы бәләкәйҙәргә ҡарай. Дворян имениеларының төп массаһы Башҡортостандың үҙәк, көньяҡ‑көнбайыш, көнбайыш өлөшөндә, Өфө, Быҙаулыҡ, Боғорослан, Бөгөлмә, Минзәлә өйәҙҙәре терр‑яһында урынлашҡан була. Верхнеурал, Троицк, Шадринск өйәҙҙәрендә дворян ер биләүселеге киң таралыу алмай. 18 б. 50—60‑сы йй. Д. тау заводсылығы эшҡыуарлығына йәлеп ителә. Башҡортостан терр‑яһында заводтарға нигеҙ һалған тау заводсы дворяндарҙан Глебовтар, П.И.Рычков, К.Е.Сиверс, Строгановтар, Тәвкилевтәр, Чернышевтар, Шуваловтар, Ягужинскийҙар билдәле. Башҡ. дворяндарына, урыҫтарҙан айырмалы рәүештә, поместьелар бирелмәгән һәм улар буш ерҙәрҙе генә һатып ала алған, уларға крепостной крәҫтиәндәр тотоу тыйылған. 19 б. 2‑се ярт. башҡ. Д. ер биләүселеге формалаша. Бәләбәй, Бөрө һәм Өфө өйәҙҙәрендә эре ер биләмәләренә — М.Ҡотлобаев, Бәләбәй өйәҙендә Солтановтар, С.М.Дәүләткилдеев һ.б. хужа була. 16 б. 90‑сы йй. башында Башҡортостан терр‑яһында тыуған ере б‑са хеҙмәтле кешеләрҙең даими контингенты формалаша башлай. Урыҫ Д. хеҙмәтенең төп төрө хәрби хеҙмәт була: төбәк дворяндары ҡала, станица, һаҡ һәм поход хеҙмәттәре үтә. Өфө Д. Рәсәйҙең Себергә походтарында, Рәсәй дәүләтенең көньяҡ‑көнсығыш сиктәрен һаҡлауҙа, башҡорт ихтилалдарын (17—18 бб.) баҫтырыуҙа, нуғайҙарға, Себер татарҙарына ҡаршы һуғыштарҙа, 1654—67 йй. Рәсәй м‑н Польша һуғышында, Ватан һуғышында (1812) һ.б. ҡатнаша. Башҡортостан терр‑яһындағы урыҫ Д. дипломатик һәм административ (яһаҡ йыйыу һәм тапшырыу, яһаҡлы халыҡтың миграцияһына юл ҡуймау һ.б.) хеҙмәттәр башҡара. 18 б. аҙ. Өфөнөң 80 дворяны — дәүләт хеҙмәтендә, шуларҙың 17‑һе граждан хеҙмәтендә була. Д. 19 б. аҙ. — 20 б. башында төбәктең ижт.‑сәйәси тормошонда ҡатнашыуы земстволарҙа, Дәүләт думаһында эшләүҙән, “Иттифаҡ әл‑мөслимин” партияһын ойоштороуҙан һ.б. ғибәрәт. Д. вәкилдәре хәйриә м‑н шөғөлләнә: Д. 1801 й. — Ырымбурҙа хәрби уч‑ще асыуға, 1809 й. һәм 1821 й. Өфөлә гимназияны төҙөкләндереүгә аҡса бирә һ.б. 1821 й. Д. инициативаһы б‑са Өфөлә ярлылар попечителлеге ком‑ты асыла. 1917 й. 27 окт. ер т‑дағы, сословиеларҙы һәм граждан чиндарын бөтөрөү т‑дағы декреттарға ярашлы, Д. ер милекселеге хоҡуғынан, ҡатлам статусынан мәхрүм ителә.

Әҙәб.: Новиков В.А. Сборник по истории уфимского дворянства. Уфа, 1903; Янгузин Р.З. Социальная структура башкирского общества в ХVIII—ХIХ вв. Уфа, 1987; Азнабаев Б.А. Уфимское дворянство в конце XVI — первой трети XVIII вв. (землевладение, социальный состав, служба). Уфа, 1999.

Б.Әҙнабаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.