ДВОРЯНДАР ЙЫЙЫЛЫШТАРЫ, 18 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында Рәсәй губерна һәм өйәҙҙәрендәге ҡатлам үҙидара (ҡара: Урындағы үҙидара) органдары. 1775 й. 7 нояб. “Бөтә Рәсәй империяһы губерналары менән идара итеү өсөн учреждениеға ярашлы, 1766 й. указ м‑н өйәҙҙәрҙә һәм 1785 й. 21 апр. “Затлы Рәсәй дворянлығының хоҡуҡтары, иректәре һәм өҫтөнлөктәре грамотаһына ярашлы, губерналарҙа ойошторола. Ғәҙәттәге (3 йылға 1 тапҡыр) һәм ғәҙәттән тыш (кәрәк булған осраҡта, губернатор рөхсәте м‑н) йыйылыштар булған. Губернатор губерна йыйылышын асҡан, унда ҡатнашыусыларҙы ант иттергән; уның йыйылыштарҙа ҡатнашыу хоҡуғы булмаған. Ултырыштарҙа урындағы бөтә дворяндар ҙа ҡатнаша алған; тауыш биреү хоҡуғы губернаның дворян нәҫел тарихы китабына яҙылған, 21 йәшкә еткән һәм ошо губернала күсемһеҙ милеккә эйә дворяндарҙа булған. Өйәҙ Д.й. башлыса губерна йыйылыштарын (уларҙы саҡырыуҙан 3 ай алда) үткәреүгә әҙерлек м‑н шөғөлләнгән: дворяндар исемлеген тикшергән, уларҙың йыйылышта ҡатнашыу хоҡуғын асыҡлаған; дворяндарҙың өйәҙ етәксеһен, исправник, өйәҙ судьяһын, өйәҙ һәм түбәнге земство судтары заседателдәрен, ш. уҡ губерна йыйылышына депутаттар һайлаған. Губерна Д.й. ҡатлам ихтыяждарына аҡса йыйымдарын бүлеүҙе раҫлаған, дворяндарҙың губерна етәксеһен (губернатор тарафынан раҫланған), выждан судьяһын, юғары земство һәм выждан судтарына дворян заседателдәрен, дворян опекаһы заседателдәрен һ.б. һайлаған, элек ҡабул ителгән ҡарарҙар б‑са отчёттар тыңлаған һәм тикшергән, хөкүмәт тәҡдим иткән мәсьәләләрҙе хәл иткән һ.б. Губерна Д.й. үтенестәр, ялыуҙар һәм юллауҙар м‑н губернаторға, Сенатҡа, императорға мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы булған. Губерна һәм өйәҙ Д.й. сауҙаны, сәнәғәтте, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын үҫтереүгә булышлыҡ иткән; урындағы дворяндар ихтыяжына ирекле иғәнәләр йыйған, дворяндарҙың үҙ-ара ярҙам кассаларын ойошторған, юғары һәм урта уҡыу йорттары өсөн пособиелар һәм стипендиялар булдырған, дворяндарҙың кадет мәктәптәрен асырға ярҙам иткән һ.б. Өфөлә Д.й. тәүге һайлауҙар 1767 й. мартында үтә. Д.й. һайлауҙар – 2, 1782 й. алып 3 йыл һайын үткәрелгән. Дворяндарҙың Өфө өйәҙ етәкселәренән С.М.Артемьев (1767—69; ҡара: Артемьевтар), Н.Н.Пекарский (1769—71), С.М.Аничков (1771—72; ҡара: Аничковтар), Н.Зубов (1772—74), М.Г.Белявин (1774—76), И.Л.Тимашев (1782—85; ҡара: Тимашевтар), Н.Л.Сумароков (1785—94), Н.М.Булгаков (1794—96; ҡара: Булгаковтар) билдәле. Ырымбур губерна Д.й. етәкселәре: Н.М.Булгаков (1797—1803; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1800—02), А.Ф.Моисеев (1803—06), С.Б.Мертваго (1806—08, 1823—25), С.Ф.Осоргин (1808—12), П.Н.Пекарский (1812—23), А.Д.Мордвинов (1825—28), Г.Е.Пальчиков (1828—30), С.А.Пальчиков (1830—33), Е.Н.Тимашев (1833—44), Н.Н.Дурасов (1845—62; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1844—62; ҡара: Дурасовтар), В.Я.Стобеус (1862—65), И.Д.Шотт (1865—84), И.В.Чернов (1884—93), Л.И.Шотт (1893—02, 1905—17), А.А.Тимашев (1902—05). Өфө губерна Д.й. етәкселәре: Стобеус (1865—70), В.А.Новиков (1871—80), кенәз А.И.Кугушев (1880—90), П.А.Зеленцов (1890—91), А.С.Листовский (1893—99), кенәз А.А.Кугушев (1899—1914), А.В.Новиков (1914—17).

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018