ДАУЫТ ЙӘНАЛИН, мәғдән белгесе һәм мәғдән эҙләүсе. Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1759 й. Исәт провинцияһының Щуково а. һәм Верхнеурал ҡәлғәһе тирәһендә мәғдән ятҡылыҡтары аса. Тикшеренеүҙәр мәғдәндә марганец, аҡ ҡурғаш һәм көмөш барлығын асыҡлай. Башҡорт ихтилалын (1755—56) хупламай, властарға башҡорттарҙың сығыштары булыуы т‑да хәбәр итеп торған. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында баш күтәреүселәр отрядына етәкселек итә. 1774 й. июнендә Д.Й. отряды Өфө провинцияһының Чесноковка а. (Өфө р‑ны) янында А.Я.Якубович етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәб.: Әсфәндиәров Ә. Олатайҙарҙың бар тарихы... Өфө, 2005.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке