АКАДЕМҮҘӘК, респ. мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә идея һәм практик яҡтан етәкс. итеү маҡсатында 1922 й. Өфөлә БАССР‑ҙың Мәғариф ХК‑һы эргәһендә ойошторола. А. составында төрлө ваҡытта фәнни-методик (башҡ., урыҫ, аҙ милләттәр), терминологик, әҙәби-художестволы, музей, архив, театр, муз., балалар комиссиялары; Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте, Төбәкте өйрәнеү өлкә бюроһы эшләй.

А. башҡ. алфавитын, башҡорт теле грамматикаһын эшләү, матем., физика, тәбиғәтте өйрәнеү, башҡорт тел ғилеме һ.б. б‑са башҡ. телендә фәнни терминологияны үҫтереүҙә ойоштороусы булып сығыш яһай. А. етәкс. вуздар, техникумдар һәм милли мәктәптәр өсөн дәреслектәр, уҡыу әсбаптары төҙөлә һәм баҫтырыла (1920‑се йй. уртаһына 1‑се һәм 2‑се баҫҡыс мәктәптәре өсөн бөтә фәндәр б‑са башҡ. телендә дәреслектәр сығарыла). Үҙәк тарафынан “Башкирский краеведческий сборник”, “Башҡорт аймағы” йыйынтығы, “Белем ж. сығарыла.

А. м‑н Ғ.Х.Алпаров, Ғ.Ф.Вилданов, Х.Ғ.Ғәбитов, Ғ.Й.Дәүләтшин, Н.Иҫәнбәт, Ш.Ә.Манатов (1924 й. рәйес), С.Ғ.Мирасов, Д.Г.Ожиганов, С.Л.Рәмиев, С.Сөнчәләй (1922—23 йй. рәйес), Ш.Сөнчәләй (1925—27 йй. рәйес), З.Ш.Шакиров, Д.Юлтый, С.Й.Ямалиев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 20 б. 30‑сы йй. башында ябыла.

А.Ф.Илтенбаев, Ҡ.К.Кәримов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.