ДАВЫДОВ Афанасий Романович, дәүләт эшмәкәре. Тайный советник, ген.‑майор. 1758—62 йй. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1759—63) Ырымбур губернаторы. 1759 й. ҡаҙаҡтарға Ырымбур губернаһына ирекле инеүҙе тыя, был Ырымбур сик һыҙығындағы хәрби-сәйәси хәлдең ҡатмарлашыуына, Рәсәйҙең сауҙа каруандарын һәм сик буйындағы халыҡты талауҙың йышайыуына, Урта Азия илдәре м‑н транзит сауҙаһының кәмеүенә килтерә. Ырымбур казак ғәскәренең матди хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәб.: Д.В.Волков мәҡ. ҡарағыҙ.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке