ДӘҮЛӘТОВ Бәкер Рәхим улы [23.5.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Әмир а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 31.3.1982, Тажик ССР‑ының Турсунзаде ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем БАССР‑ҙа һәм Тажик ССР‑ында эшләй. 1937—39 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. окт. башлап Көньяҡ-Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 60‑сы гвардия кавалерия полкының станоклы пулемёт ком. гвардия өлкән сержанты Д. 1943 й. 28 һәм 29 сент. Белорус ССР‑ының Вялье һәм Галки торама пункттары өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Турсунзадела йәшәй һәм эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Турсунзадела урта мәктәпкә Д. исеме бирелгән.

А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке