ДӘҮЛӘТОВ Әбдрәүеф (Ғәбдрәүеф) Ғәни улы [27.3.1916, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Хәлил а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 27.10.1943, Белорус ССР‑ы Нивки а. янында, Асаревичи а. эргәһендә ерләнгән], кавалерист, гвардия лейт. (1943). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу юғары атыу-тактика курстарын тамамлаған (Өфө, 1942). 1937 й. алып Баҡырүҙәк руднигында (Әбйәлил р‑ны) эшләй. 1938—40 йй. һәм 1942 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. мартынан Үҙәк һәм Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкының пулемёт взводы ком. гвардия лейт. Д. 27 сент. Нивки а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Хәлилдә урта мәктәпкә Д. исеме бирелгән.

Әҙәб.: Лицом на запад. Уфа, 1972; Навечно в сердце народном. Минск, 1984.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018