ГУТМАН Иозель Иделевич, инженер, завод хужаһы. Бельгия, Германия ун‑ттарында уҡыған. 19 б. 90‑сы йй. Өфөлә йәшәй. 1896 й. слесарлыҡ-тимерлек-баҡырсылыҡ оҫтаханаһы һатып ала, уны үҙгәртеп ҡора һәм деталдәрҙе механик эшкәртеү б‑са суйын-баҡыр ҡойоу производствоһына нигеҙ һала. 1898 й. Өфө губернаһында суйын-баҡыр ҡойоу механик з‑дын (ҡара: “Горнас”) аса. Г. етәкс. янғын һүндереү машиналары һәм насостары [С.‑Петербург (1900), Пенза (1904), Ҡазан (1908; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1906), Дондағы Ростов (1908), Омск (1910) ҡҡ. бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә алтын һәм көмөш миҙалдарға лайыҡ булалар], ат егеү кәрәк-ярағы  сығарыу юлға һалына һәм улар камиллаштырыла. 1918 й. һуң Себергә сығып китә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Ф.Д.Әхмәрова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика