ГУРВИЧ Николай Александрович (1828, Гродно ҡ. — 20.5.1914, Өфө), табип, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Действительный статский советник (1880). Император мед.‑хирургия акад. тамамлаған (С.-Петербург, 1852). 1853 й. алып Ырымбур удел контораһы табибы, 1854 й. — Өфө губерна төрмәләр попечителлеге ком-ты дир., 1859 й. — Өфө ярлылар попечителлеге ком-ты табибы. 1864—91 йй. Өфө губерна статистика ком-ты секретары, 1891 й. башлап Өфө губернаторы эргәһендә махсус эштәр чиновнигы, бер үк ваҡытта 1865—96 йй. “Уфимские губернские ведомости” гәз. мөхәррире. Өфө губерна статистика ком-ты эргәһендәге асыҡ китапханаға (1864), Өфө губерна музейына (1864, ҡара: Милли музей), Өфөләге тәүге түләүһеҙ дауаханаға (1870), Өфө губерна табиптар йәмғиәтенә (1882) нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Фәнни эшмәкәрлеге Ырымбур крайы халыҡтарының демография, санитария һәм иҡт. статистикаһын, тарихын һәм этнографияһын өйрәнеүгә бәйле. “Губернаның статистик картаһы ингән Өфө губернаһының хәтер дәфтәре” (“Памятная книжка Уфимской губернии с статистическою картою губернии"; 3 киҫәктә, 1873), “Өфө губернаһының белешмә китабы: һан һәм тасуирлама мәғлүмәттәр 1882—83 йй. һәм бары бик аҙы үткән йылдарға ҡарай” (“Справочная книжка Уфимской губернии: сведения числовые и описательные относятся к 1882—83 гг. и только весьма немногие к прежним гг.”; 1883), “Өфө губернаһының статистик очерктары” (“Статистические очерки Уфимской губернии”; 3 баҫмала, 1880—1884) хеҙмәттәрен төҙөүсе. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Император С.-Петербург ФА‑ның Төп физик обсерваторияһы хәбәрсеһе. 4‑се дәрәжә Изге Владимир орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Племенной состав населения Уфимской губернии и приблизительная численность его в 1878 году. Уфа, 1880; Ярмарки: к истории ярмарок в Уфимской губернии. Уфа, 1884; В память столетия грамоты, пожалованной императрицей Екатериной Великой Российскому дворянству. Уфа, 1885; Уфимский юбилейный сборник в память празднования трёхсотлетнего юбилея города Уфы. Уфа, 1887.

Әҙәб.: Латыпова В.В. Н.А.Гурвич — наш земляк //Живая память. Уфа, 1997.

В.В.Латипова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика