ГУЛЕВАТЫЙ Кирилл Дмитриевич (17.3.1912, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Үрге Ҡолсом а. — 18.10.1996, Одесса ҡ., Украина), артиллерист, гвардия полковнигы (1943). Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет­-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1952). 1932 й. тиклем ВЛКСМ‑дың Бәләбәй район ком‑ты секретары. 1933 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. тиклем Байкал аръяғы, Волга буйы һәм Ленинград хәрби округтарында, 1940 й. ҡышында Төньяҡ-Көнбайыш, 1943—45 йй. Үҙәк, 1‑се һәм 2‑се Украина, 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия танк армияһы 198‑се айырым гвардия еңел артиллерия бригадаһы 274‑се гвардия еңел артиллерия полкы ком. гвардия подполковнигы Г. 1945 й. апр. Берлин өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1959 й. алып Г. запаста. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944, 1944), Александр Невский (1944), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика