ГУЗАКОВ Пётр Васильевич [4.11.1889, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бейә а. (Силәбе өлк. Әшә р‑ны) — 9.12.1944, Мәскәү], рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. 1906 й. башлап Өфө төрмәһендә ултыра, 1909 й. ҡаса, 1909—11 йй. эмиграцияла; 1912 й. алып Иркутск губ. һөргөндә. 1911 й. Вятка, Златоуст, Ҡазан һәм Өфө ҡҡ., 1917 й. башлап Өфө өйәҙе Эҫем заводы ҡасабаһында партия эшендә, нояб. алып Эҫем тау округының хәрби комиссары, Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары етәкселәренең береһе. 1918 й. башында элекке император Николай II һәм уның ғаиләһен Тубыл ҡалаһынан Екатеринбург ҡ. конвой м‑н оҙатыуҙа ҡатнаша. 1918 й. уртаһынан РККА‑ның Икенсе армияһының командующий ярҙамсыһы. 1919 й. йәйендә Златоуст өйәҙендә һәм Өфө өйәҙендә Рус армияһы тылында ихтилал ойоштора. 1921 й. июненән Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе: Башҡ‑н өлкә ком‑ты үткәргән сәйәсәткә ҡарата ризаһыҙлығын белдерә, Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты һәм Башҡ. республикаһының башҡа органдары етәкселәрен милләтселектә һәм “революцияға ҡаршы заговор”ҙа ғәйепләй. Октябрҙә Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһына саҡырып алына. 1922 й. алып Курск һәм Мәскәү ҡҡ. эшләй.

Әҙәб.: Панов А. Председатель ЧК //За власть народную. Уфа, 1989; Мардамшин Р.Р. Башкирская чрезвычайная комиссия (страницы истории). Уфа, 1999; От губЧК до ФСБ: сб. очерков. Уфа, 2003.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика