ГУДКОВТАР, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ирле-ҡатынлы. Георгий Фёдорович Г. (8.1.1916, Өфө — 24.12.1995, шунда уҡ), БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1990). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.В.Куйбышев ис. Мәскәү инженерлыҡ‑төҙөлөш ин-тын тамамлаған (1941). Өфөнөң төҙөлөш ойошмаларында һәм уҡыу йорттарында эшләгән. Зинаида Ивановна Г. (10.8.1933, Урта Волга крайы Ключи а. — 5.1.2008, Өфө), БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1990). Ленинград инженерлыҡ‑төҙөлөш ин-тын тамамлаған (1955). Өфөнөң төҙөлөш һәм проектлау ойошмаларында эшләй. Тыуған яҡты өйрәнеү, ш. иҫ. Көньяҡ Урал тау сәнәғәте тарихы б-са 150-нән ашыу хеҙмәт авторҙары. С.Т.Аксаков йорт-музейын (ҡара: Аксаков музейы) ойоштороуҙа ҡатнашалар. Г. тарафынан Башҡортостандың торама пункттары, тарихи ваҡиғалары һәм билдәле кешеләре т-да бай картотека (300 меңдән ашыу карточка) тупланған.

Хеҙм.: Из истории южноуральских горных заводов XVIII—XIX веков: ист.-краевед. очерки: в 2 ч. Уфа, 1985—1993; Незаконченная повесть С.Т.Аксакова “Наташа”: ист.-краевед. коммент. Уфа, 1988; С.Т.Аксаков. Семья и окружение: краевед. очерки. Уфа, 1991; Предприниматели Южного Урала. Уфа, 2003.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика