ГУБИНДАР, завод хужалары. Династияға нигеҙ һалыусы — Михаил Павлович Г. (1744—1818), 1‑се гильдия сауҙагәре. Орёл сауҙагәрҙәренән. Коммерция советнигы (1801). Атаҡлы граждан (1789; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1790). 1789—92, 1802—04 йй. Мәскәү ҡала башлығы. 19 б. ҡарай Калуга, Мәскәү һ.б. губерналарҙа ҡағыҙ, дары, туҡыма һ.б. етештереү пр‑тиелары хужаһы була. 1789 й. И.Н.Демидовтан (ҡара: Демидовтар) — Һирге заводтарын, 1792 й. Мосоловтарҙан — Суховяз һәм Өпәле (ҡара: Өпәле заводтары), 1796 й. В.Е.Демидовтан Әүжән-Петровск заводтарын һатып ала. 1790 й. — Әтек заводын, 1801 й. — Козин, 1808 й. — Михайловск, 1818 й. Түбәнге Өпәле з‑дтарын һалдыра. 1818 й. Ырымбур губернаһында һәм Пермь губернаһында 10 тау заводына эйә була. Уның улдары: Павел Михайлович Г. (1781—?), коллегия советнигы (1847). Дворян (1854 й. алып). Атаһы үлгәндән һуң, Әүжән-Петровск з‑дтарының хужаһы була, уларҙы 1858 й. Н.Е.Тимашевҡа (ҡара: Тимашевтар) һата. 2‑се дәрәжә Изге Анна орд. м‑н бүләкләнгән (1832); Константин Михайлович Г. (1784—13.8.1848), почётлы граждан. Әтек, Козин, Михайловск, Һирге, Суховяз һәм Өпәле з‑дтарының хужаһы була, улар 1881 й. Һирге-Өпәле тау заводтары ширҡәтенә күсә.

Әҙәб.: Павленко И.И. История металлургии в Росии XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика