ЗЕМСТВО ҺӘМ ҠАЛА ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ГУБЕРНА ПРИСУТСТВИЕЛАРЫ, Рәсәйҙә земство учреждениелары (ҡара: Земство йыйылыштары, Земство башҡармалары) һәм ҡала үҙидараһы органдары (ҡара: Ҡала думалары, Ҡала башҡармалары) эшмәкәрлегенә күҙәтеү алып барыусы урындағы дәүләт органдары. Реформалар (19 б. 80—90‑сы йй.) барышында 1890 й. 12 июнендәге “Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары тураһында положение”ға ярашлы, земство эштәре б‑са губерна присутствиелары булараҡ ойошторола; 1892 й. 11 июнендәге “Ҡала положениеһы” на ярашлы, З.һ.ҡ.э.б.г.п. итеп үҙгәртелә. Губернатор етәкселек иткән. Составына вице‑губернатор, губерна дворяндары башлығы, Ҡаҙна палатаһы идарасыһы, округ суды прокуроры, губерна земство башҡармаһы рәйесе һәм ағзаларының береһе, даими ағза, губерна ҡалаһының ҡала башлығы ингән. Земство эштәре б‑са губерна присутствиеһы Өфөлә — 1892 й. сент., Ырымбурҙа 1892 й. окт. асыла. 1917—18 йй. ябыла.

Әҙәб.: Кантимирова Р.И. Государственное управление в Уфимской губернии во второй половине XIX — начале XX вв. Стерлитамак, 2000.

Р.И.Ҡантимерова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика