ГУБЕРНА, 18 б. — 20 б. башында Рәсәйҙә адм.-терр. берәмек. 1708 й. 18 дек. указ м‑н индерелә. Г. өйәҙҙәргә, 1719—80 йй. провинцияларға бүленә; губернаторҙар етәкселек итә. 1775—96 йй. Г. наместниклыҡтарға үҙгәртелә. 18 б. аҙ. — 19 б. Г. (2 һәм унан да күберәк) ген.-губернаторлыҡтарға берләшә. 18 б. 40‑сы йй. тиклем Башҡортостан Ҡазан губернаһы һәм Себер губернаһы составына инә (ҡара: Административ-территориаль ҡоролош). 1744 й. Башҡортостандың төп өлөшөндә Ырымбур губернаһы ойошторола, ул 1782 й. Өфө наместниклығына үҙгәртелә. 18 б. аҙ. алып Башҡортостандың ситке өлөштәре Вятка губернаһы, Екатеринбург губернаһы, Пермь губернаһы, Һамар губернаһы, Һарытау губернаһы, Сембер һәм Тубыл губ. составына инә. 1796 й. яңынан Ырымбур губ. ойошторола, 1865 й. ул Ырымбур һәм Өфө губернаһына бүленә. 1781—96 йй. төбәк терр‑яһы Өфө һәм Сембер, 1851—65 йй. Ырымбур һәм Һамар, 1865—81 йй. Ырымбур ген.-губернаторлыҡтары составына инә.

Әҙәб.:  Любичанковский С.В. Губернское правление в системе губернаторской власти в последнее десятилетие существования Российской империи (на материалах Урала). Екатеринбург, 2003.

Р.И.Ҡантимерова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика