ГУБЕРНА СТАТИСТИКА КОМИТЕТТАРЫ, Рәсәйҙә статистик материалдарҙы йыйыу, эшкәртеү, анализлау һәм баҫтырып сығарыу эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыусы урындағы дәүләт органдары. 1834 й. алып губерна һәм өлкә идаралары эргәһендә эшләгәндәр, ЭЭМ‑дың — Статистика бүлегенә, 1858 й. башлап Үҙәк статистика ком‑тына буйһонғандар. 1860 й. 26 дек. ҡабул ителгән “Губерна һәм өлкә статистика комитеттары тураһында положение”ға ярашлы, Г.с.к. үҙ аллы учреждениеларға үҙгәртелә. Г.с.к. составына рәйес (губернатор), рәйес ярҙамсыһы, секретарь (1860 й. алып), даими ағзалар (дворяндарҙың губерна етәксеһе, вице-губернатор, ведомстволар б‑са урындағы адм. вәкилдәре, ҡала башлығы), тулы хоҡуҡлы ағзалар (дини, ғилми һ.б. дәрәжәле кешеләр, дворяндарҙың өйәҙ етәкселәре), почётлы ағзалар (губерна кешеләре, күсемһеҙ милек хужалары һ.б.) ингән. Төп бурыстары: ер майҙаны һәм сифаты, халыҡ һаны т‑да мәғлүмәттәр йыйыу, губернаның топографик, тарихи, сәнәғәт һәм а.х. үҙенсәлектәрен тасуирлау, ш. уҡ этнографик һәм археологик тикшеренеүҙәр үткәреү, музейҙар, китапханалар ойоштороуҙа ҡатнашыу һ.б. Г.с.к. төрлө ведомстволарҙың (суд һәм уҡыу йорттары, Ырымбур ҡаҙна палатаһы, Өфө ҡаҙна палатаһы, руханиҙар, земство башҡармалары, улус идараһы һ.б.) беренсел материалын эшкәрткән, ЭЭМ‑дан алынған формалар б‑са табелдәргә индергән, улар нигеҙендә статистик табл. (енесен, ҡатламын, тотҡан динен күрһәтеп халыҡ һаны т‑дағы, аҡсалата йыйымдарҙың инеүе, ер биләмәләре, уларҙың хужаларын ҡатламдарға, халыҡтарға бүлеү т‑дағы, фабрика, завод, уҡыу йорттары, енәйәттәр һаны һәм төрө, янғын һаны һәм сәбәптәре һ.б. т‑дағы табл.), статистик исемлектәр ҡушымтаһы м‑н губернаторҙарҙың йыллыҡ отчёттарын төҙөгән. Тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре статистик йыйынтыҡтарҙа баҫылған. Сенаттың 1835 й. 28 ғин. указына ярашлы, Өфөлә 9 мартта Ырымбур губернаһының граждан губернаторы Н.В.Жуковскийҙың канцелярияһы эргәһендә Ырымбур Г.с.к. (1865 й. Өфө статистика ком‑тына үҙгәртелә) ойошторола, уның составына К.Д.Артюхов, В.И.Даль, И.В.Жуковский, С.Б.Мертваго һ.б. инә; 1866 й. Ырымбур ҡ. Ырымбур статистика ком‑ты ойошторола, улар халыҡ иҫәбен алыуҙы (1864, 1879, 1886), Рәсәй империяһының Дөйөм халыҡ иҫәбен алыуҙы (1897) үткәрә. Өфө статистика ком‑ты булышлығында Өфө губерна музейы (ҡара: Милли музей), ком‑т эргәһендә йәмәғәт китапханаһы (икеһе лә — 1864) асыла, төбәктең иҡт., демографик, соц. статистикаһы, тарихы, этнографияһы б‑са хеҙмәттәр баҫыла. Секретарҙары: Н.А.Гурвич (1864—91), Н.А.Озеров (1893 й. алып), В.А.Богданов (1897—1904), А.П.Лобунченко (1905—11), В.Н.Соловьёв (1914—17). Өфө статистика ком‑ты м‑н П.И.Добротворский, А.Б.Иваницкий, Р.Г.Игнатьев, В.С.Лосиевский, М.В.Лоссиевский, В.А.Новиков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Г.с.к. төп баҫмалары: “Ырымбур айырым корпусы, Ырымбур губернаһы һәм Ырымбур крайы идаралығының 1836 й. ҡыҫҡаса статистик мәғлүмәттәр ҡушымтаһы менән сиктәре буйынса адрес-календары” (“Адрес-календарь Оренбургского отдельного корпуса, Оренбургской губернии и Управления Оренбургского края по части пограничной с присовокуплением кратких статистических сведений 1836 года”; 1836); “Элекке Ырымбур һәм хәҙерге Өфө губерналары буйынса 1866 һәм 1867 йй. дауамында йыйылған һәм эшкәртелгән статистик, тарихи һәм археологик мәғлүмәттәр йыйынтығы” (“Сборник статистических, исторических и археологических сведений по бывшей Оренбургской и нынешней Уфимской губерниям, собранных и разработанных в течение 1866 и 1867 гг.”; 1868); “Өфө губернаһының адрес-календары” (“Адрес-календарь Уфимской губернии”; 1873—1917); “Өфө губернаһына күҙәтеү” (“Обзор Уфимской губернии”; 1879—1917); “Өфө губернаһы улустары һәм ауылдары исемлеге" (“Алфавит волостей и селений Уфимской губернии”; 1902); “Өфө губернаһы бөтә торама урындарының тулы исемлеге” (“Полный алфавитный список всех населённых мест Уфимской губернии”; 1906); “Өфө губерна статистика комитетының 1886—1908 йылдарҙағы эшмәкәрлеге тураһында отчёт: 1897 йылға статистика комитеты секретары отчёты” (“Отчёт о деятельности Уфимского губернского статистического комитета за 1886—1908 годы: Отчёт секретаря по статистическому комитету за 1897 год”; 1899); И.Л.Дебу, Я.В.Ханыков, В.М.Черемшанскийҙың һ.б. статистик хеҙмәттәре. Г.с.к. РСФСР ХКС‑ының 1918 й. 25 июлендәге “Дәүләт статистикаһы тураһында” декреттарына, 1918 й. 15 сент. “Урындағы статистика органдары тураһында положение”ға ярашлы, эшмәкәрлеген туҡтата, материалдары һәм эштәре губерна статистика бюроһына (ҡара: Земство статистикаһы) тапшырыла. Шулай уҡ ҡара: Статистика.

Р.Н.Ҡантимерова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика