АКАДЕМИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, Рәсәй империяһының терр‑яһын һәм халҡын өйрәнеү өсөн Фәндәр һәм художество акад. Геогр. департаменты тарафынан ойошторола. 1769 й. 2 Ырымбур астрономик экспедицияһы (етәкс. рус армияһы поручигы Х.Л.Эйлер, акад. адъюнкты Л.Ю.Крафт) Өфө, Ырымбур, Орск ҡәлғәһе һ.б. торама пункттарҙың геогр. координаталарын билдәләй, геогр. һәм метеорологик күҙәтеүҙәр үткәрә. 1769—70 йй. 3 Ырымбур физик экспедицияһы (етәкс. И.И.Лепёхин, П.С.Паллас, И.П.Фальк, ҡатнашыусылары И.И.Георги, Н.П.Рычков һ.б.) Ырымбур крайын комплекслы өйрәнә. Алынған геогр., геол., топографик һ.б. мәғлүмәттәр, сәнәғәт һәм а.х. торошон анализлау нигеҙендә төбәктең иҡт. мөмкинлектәренә фәнни баһа бирелә. Экспедициялар барышында тау тоҡомдары коллекцияһы төҙөлә, Көньяҡ Уралдың үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын өйрәнеү башлана. Паллас һәм Рычков Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығын тасуирлай. Археологик, тарихи һәм этнографик материал туплау алып барыла. Урал—Волга буйындағы төрки, славян һәм фин‑уғыр халыҡтарының этник һәм соц. составы, көнкүреше, йолалары һәм дини ҡараштары тәүге тапҡыр системалы тасуирлана. Башҡорттарҙың хужалығы, малсылыҡ, игенселек һәм кәсеп үҙенсәлектәре т‑да мәғлүмәттәр туплана. Экспедициялар Рәсәй фәне үҫешенә һәм Көньяҡ Урал һәм Урал буйын иҡт. яҡтан үҙләштереүгә булышлыҡ итә.

Әҙәб.: Паллас П.С. Путешествие по разным провинциям Российского государства: в 3 ч. СПб., 1773—1788; Георги И.Г. Описание всех в Российском государстве обитающих народов, также их житейских обрядов, вер, обыкновений, жилищ, одежд и прочих достопамятностей: в 3 ч. СПб., 1776—1777; Лепёхин И.И. Дневные записки путешествия академика Ивана Лепёхина по разным провинциям Российского государства в 1768, 1769 и 1770 году: в 2 ч. СПб., 1795—1802; Фальк И.П. Записки путешествия академика Фалька: в 2 ч. СПб., 1824—1825; Гнучева В.Ф. Материалы для истории экспедиций Академии наук в XVIII и XIX веках: хронологические обзоры и описание архивных материалов //Труды Архива АН СССР. 1940. Вып.4; Лебедев Д.М., Есаков В.А. Русские географические открытия и исследования с древнейших времён до 1917 года. М., 1971.

Ҡ.К.Кәримов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.