ГРИБ Иван Евдокимович [4.3.1911, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ивановка а. (БР‑ҙың Дәүләкән р-ны) — 23.1.1987, Славянск ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). Гвардия капитаны (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов ис. Одесса хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (Уральск ҡ., 1943). 1930—33 йй. һәм 1935—40 йй. — Дәүләкән р‑нында, Өфөлә ҡулланыусылар кооперацияһы учреждениеларында, 1940—41 йй. Бийск ҡ. Алтай сеймал сәнәғәте тресы автобазаһында эшләй. 1933—35 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Көньяҡ-Көнбайыш, Көнбайыш, Воронеж, Ялан һәм 2-се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7-се гвардия армияһы 73-сө гвардия уҡсылар див. гвардия айырым уҡыу батальоны пулемёт ротаһы взвод ком. гвардия кесе лейт. Г. 1943 й. 25 сент. Днепр й. аша сыҡҡанда һәм Украин ССР-ы Бородаевка а. өсөн алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. алып запаста. 1949 й. башлап Төньяҡ Алтай геол. разведка экспедицияһы нач. ярҙамсыһы, 1951 й. — геол. разведка партиялары нач. һәм 1953 й. — Алтайҙа Ҡурай геол. разведка экспедицияһы начальнигы. 1954 й. алып 3-сө Бийск кирбес з-ды дир., 1956—58 йй. СССР ЭЭМ‑ының 18-се отряды нач. урынбаҫары, 1959—69 йй. Славянск арматура-изоляторҙар з-дында эшләй. Ленин (1943), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м-н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Кузнецов И.И., Джога И.М. Золотые Звёзды Алтая. Барнаул, 1982.

 Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика