ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Миңлеғәли Хәбибулла улы [28.10.1923 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 8.3.1921), БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Өршәкбаш-Ҡарамалы а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 8.3.1944, Украина ССР-ы Дудчаны а. янында], Советтар Союзы Геройы (1944). Гвардия лейт. (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Буйнаҡ хәрби пехота уч-щеһын тамамлаған (1942). 1942 й. алып Ҡыҙыл Армияла. Июндән Төньяҡ Кавказ, Көньяҡ һәм 4-се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 28-се армия 109-сы гвардия уҡсылар див. 309-сы гвардия уҡсылар полкы пулемёт взводы ком. гвардия лейт. Ғ. 1944 й. 8 мартында Дудчаны а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы (немец дзотының амбразураһын кәүҙәһе м-н ҡаплап, полк атакаһының уңышын тәьмин итә) өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м-н бүләкләнгән. Берислав, Өфө һәм Херсон ҡҡ., Дудчаны һәм Нововоронцовка аа. (Украина) урамдарға Ғ. исеме бирелгән; Өфөлә, Дудчаны а., Миәкә р-ны Ҡырғыҙ-Миәкә һәм Өршәкбаш-Ҡарамалы аа. Геройға һәйкәл ҡуйылған. Тыуған ерендә Ғөбәйҙуллин М.Х. музейы асылған.

Әҙәб.: Хамматов Я. День рождения. М., 1979.

 Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика