ГОЭЛРО планы, 1920 й. Рәсәйҙе электрлаштырыу б‑са дәүләт комиссияһы (ГОЭЛРО; ВЦИК‑тың 1920 й. 3 февр. резолюцияһына ярашлы ил иҡтисадын электрлаштырыу һәм реконструкциялау планын эшләү өсөн төҙөлә) тарафынан эшләнә. 1920 й. дек. Советтарҙың 8‑се Бөтә Рәсәй съезы тарафынан хуплана һәм ғәмәлгә индерелә; ХКС‑тың 1921 й. 21 дек. РСФСР‑ҙы электрлаштырыу т‑дағы декретына ярашлы үткәрелә. Г. планы 10–15 йылға иҫәпләнгән (нигеҙҙә, 1931 й. ҡарата үтәлгән була); электрлаштырыу нигеҙендә халыҡ хужалығын яңыртыуҙы, ауыр сәнәғәтте үҫтереү темптарын күтәреүҙе, электростанциялар ҡеүәтен 10 тапҡырға арттырыуҙы, ҡеүәтле 30 (дөйөм ҡеүәте 1,75 млн кВт, йылына 8,8 млрд кВт×сәғ. энергия етештерергә һәләтле булған), ш. иҫ. Уралда 4, электростанция төҙөүҙе күҙ уңында тота. Г. планын тормошҡа ашырыу маҡсатында, БАССР ХКС‑ы 1926 й. апр. БАССР Дәүләт планының электрлаштырыу секцияһын ойоштора. Г. планы б‑са, БАССР‑ҙа булған электростанцияларҙы тергеҙеү һәм киңәйтеү, яңы электростанциялар төҙөү, уларҙы юғары вольтлы линиялар м‑н берләштереү ҡарала. Ауыр сәнәғәтте энергия м‑н тәьмин итер өсөн — эре металлургия пр‑тиеларының [Белорет металлургия һәм Тирлән табаҡлы прокат з‑дтары (ҡара: Белорет металлургия комбинаты) һ.б.] берҙәм энергия системаларын булдырыу планлаштырыла. БАССР‑ҙа Г. планын тормошҡа ашырыу электротехник базаның көсһөҙлөгө (респ. халыҡтың йән башына электр энергияһын ҡулланыуы Рәсәйҙәге уртаса кимәлдән 11 тапҡырға түбән була), Граждандар һуғышы барышында емерелгән халыҡ хужалығын тергеҙеү кәрәклеге м‑н ҡатмарлана. 20‑се йй. аҙ. тиклем Г. планын тормошҡа ашырыу урындағы аҡса иҫәбенә ҙур булмаған сәнәғәт һәм ауыл электростанциялары төҙөү м‑н бара (ҡайһы бер урындарҙа ауыл электростанцияларын төҙөр өсөн кооператив ширҡәттәр ойошторола): 1924—28 йй. Мәсәғүт кантоны Малаяҙ а. (Салауат р‑ны Татар Малаяҙы а.) һәм Мәсәғүт а. (Дыуан р‑ны), Өфө кантоны Топорнин а. (Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а.), Йылайыр кантоны Йылайыр а. (Йылайыр р‑ны), Стәрлетамаҡ ҡ. һ.б. — электростанциялар, Красноусол быяла заводында ГЭС төҙөлә; Бөрө, Бәләбәй һ.б. ҡалаларҙа электростанциялар киңәйтелә. 1928 й. ҡарата респ. 23 электростанция эшләй (ҡеүәте яҡынса 9 мең кВт, йылына 32,3 млн кВт×сәғ. энергия етештерә). 20‑се йй. аҙ. — 30‑сы йй. башында эре электростанциялар төҙөлөшө башлана. 1931 й. Черниковка а. (Үҙәк электростанция ҡасабаһы) янында респ. тәүге пар турбиналы электростанция (ҡеүәте 4 мең кВт) төҙөлә, 1936 й. икенсе сираты сафҡа индерелгәндән һуң, уның ҡеүәте 10 мең кВт тәшкил итә. 1928—32 йй. 30 электростанция (Белорет, Баймаҡ һ.б.) төҙөлә, йылына 66 млн кВт×сәғ. энергия етештерелә. Шулай уҡ ҡара: Электр энергетикаһы.

Әҙәб.: Садретдинов М.Г., Шуганов Ю.М. ...Плюс электрификация. Уфа, 1984.

В.В.Болтушкин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика