ДӘҮЛӘТ ДУМАҺЫ, 1) Рәсәйҙә закондар сығарыусы вәкәләтле учреждение (1906—1917). 1905 й. 6 авг. Манифесы (“Дәүләт думаһын ойоштороу тураһында”) м‑н кәңәш биреүсе вәкәләтле орган булараҡ ойошторолған, 1905 й. 17 окт. Манифесына (“Дәүләт тәртибен камиллаштырыу тураһында”) ярашлы закондар сығарған вәкәләтле орган сифатында эш иткән. Д.д. ҡараған закон проекттары Дәүләт советында тикшерелгән һәм император тарафынан раҫланған. Д.д. ҡарамағына закондар ҡабул итеү, уларҙы үҙгәртеү, өҫтәмәләр индереү, көсөн туҡтатып тороу йәки бөтөрөү, министрлыҡтарҙың һәм баш идаралыҡтарҙың дәүләт килемдәре һәм сығымдары исемлеген, сметаларҙы һәм земство йөкләмәләренең бүленешен тикшереү һ.б. хоҡуҡтар бирелгән. Закон проекттарын һәм ағымдағы эшмәкәрлек мәсьәләләрен алдан ҡарау өсөн даими (бюджет, финанс, дәүләт килемдәре һәм сығымдары исемлегенең үтәлеше б‑са, запростар б‑са, ойоштороу, редакцион, хәрби һәм диңгеҙ эштәре б‑са) һәм ваҡытлы (тәғәйен закон проекттарын ҡарау өсөн) комиссиялар һайланған. Д.д. һайлауҙар тәртибе 1905 й. һәм 1907 й. һайлауҙар т‑дағы закондар м‑н көйләнгән. Һайлауҙар күп баҫҡыслы булған, төрлө хоҡуҡлы 4 курия (игенселек, ҡала, крәҫтиән, эшселәр) б‑са үткәрелгән; йәш (25 йәш), милек һәм ултыраҡлыҡ цензы ҡуйылған; ҡатын-ҡыҙҙар, хәрбиҙәр, полиция һәм һайлау барған урындарҙа вазифа биләгән юғары губерна хакимиәте хеҙм‑рҙәре, уҡыусылар, “урыҫ булмаған күскенселәр” (Алыҫ Төньяҡтағы ҡайһы бер халыҡтар), сит ил подданныйҙары, суд тарафынан хөкөм ителгәндәр һәм тикшереү аҫтында булғандар, дәрәжәһенән төшөрөлгәндәр, дворяндар йыйылыштарынан һәм крәҫтиәндәр йәмғиәтенән сығарылғандар һайлау хоҡуғынан мәхрүм ителгән. 1907 й. закон б‑са, Д.д. составын 442 ағзаға тиклем ҡыҫҡартҡандан һуң (1905 й. закон б‑са, 524 депутат һайлау ҡаралған була, 1‑се саҡырылыш Д.д. эшендә — 478, 2‑се саҡырылышта 518 депутат ҡатнаша), Ырымбур губернаһынан депутаттар һаны 7 кешенән — 6‑ға, Өфө губернаһынан 10‑дан 8‑гә кәметелә. Д.д. 5 йылға һайланған (император уны ваҡытынан алда тарата алған, бер үк ваҡытта һайлауҙар һәм уны саҡырыу ваҡытын билдәләргә тейеш булған; был хоҡуҡты Николай II 1‑се һәм 2‑се саҡырылыш Д.д. таратыу өсөн ҡулланған). 1—4‑се саҡырылыш Д.д. Өфө губернаһынан — 36, Ырымбур губ. 26 депутат һайлана. 1‑се саҡырылыш Д.д. (1906 й. 27 апр. — 8 июле; рәйесе С.А.Муромцев). Һайлауҙар 1906 й. февр. — мартында үтә. 499 депутат һайлана, ш. иҫ. Ырымбур губ. — 7 депутат (С.С.Выдрин, Ш.М.Мәтинов, П.И.Попов, М.И.Рыбаков, М.М.Рәмиев, М.И.Свешников, Т.И.Седельников); Өфө губ. — 10 депутат (С.П.Балахонцев, И.Д.Бычков, Г.В.Гутоп, С.С.Йәнтүрин, С.Д.Мәҡсүтов, Ш.Ш.Сыртланов, граф П.П.Толстой, Ҡ.Б.Тәвкилев, Я.Х.Хурамшин, Ә.Ә.Әхтәмов). Дума эшендә иң әүҙем ҡатнашыусылар Әхтәмов (иҡтисади, милли-мәҙәни өлкәләрҙә мосолман халҡы хоҡуҡтарын сикләүгә ҡаршы сыға), Йәнтүрин, Седельников, Сыртланов (сығыштарында башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен тартып алыу мәсьәләһен күтәреп сыға) була; депутаттарҙың күпселеге (Йәнтүрин, Мәҡсүтов, Мәтинов, Рәмиев, Сыртланов, Тәвкилев, Хурамшин, Әхтәмов) Дәүләт думаһының мосолман фракцияһын ойоштороуҙа ҡатнаша, дини һәм милли билдәләр б‑са юридик хоҡуҡтарҙы сикләүҙе бөтөрөү тәҡдим ителгән “Гражданлыҡ тигеҙлеге тураһында” закон проекты ҡабул итеүҙе яҡлай. Дума 1906 й. 8 июле указы һәм 9 июле манифесы б‑са таратыла (дәүләт нигеҙҙәрен ҡаҡшатыуҙа һәм революция тоҡандырыуҙа ғәйепләнә). Ризаһыҙлыҡ билдәһе итеп депутаттарҙың бер өлөшө, ш. иҫ. Балахонцев, Бычков, Йәнтүрин, Седельников, Әхтәмов Выборг ҡ. кәңәшмә үткәрә һәм дәүләт власы органдарына граждан буйһонмауына саҡырыусы “Халыҡ вәкилдәренән халыҡҡа” өндәмәһен ҡабул итә. 2‑се саҡырылыш Д.д. (1907 й. 20 февр. — 2 июне; рәйесе Ф.А.Головин). Һайлауҙар 1907 й. ғин.—февр. үтә. 518 депутат һайлана, ш. иҫ. Ырымбур губ. — 7 (А.В.Архипов, П.П.Вопилов, И.В.Заплатин, К.И.Осипов, А.Н.Растворов, Ш.С.Сәйфетдинов, Х.А.Усманов), Өфө губ. — 10 (М.М.Биғлов, А.П.Козлов, Ш.Ә.Ҡолбәков, А.П.Малеев, И.Д.Серебряков, Ш.Ш.Сыртланов, М.М.Туҡаев, Тәвкилев, К.Ғ.Хәсәнов, М.М.Хәсәнов). Дума эшендә иң әүҙем ҡатнашыусылар Малеев, К.Ғ.Хәсәнов (башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен тартып алыуға, мосолман балаларын башланғыс мәктәптәрҙә урыҫ телендә уҡытыуға ҡаршы сыға) була; депутаттарҙың бер өлөшө Мосолман хеҙмәт төркөмөн ойоштороуҙа (1907 й. марты) һәм уның эшендә ҡатнаша. Дума 1907 й. 3 июне указы һәм манифесы б‑са таратыла (депутаттар — закон проекттарын, дәүләт килемдәре һәм сығымдары исемлеген ҡарауҙы һуҙыуҙа, бер өлөшө дәүләткә ҡаршы заговорҙа ҡатнашыуҙа ғәйепләнә). 3‑сө саҡырылыш Д.д. [1907 й. 1 нояб. — 1912 й. 9 июне; рәйестәре: Н.А.Хомяков (1907—10), А.И.Гучков (1910—11), М.В.Родзянко (1911—12)]. 442 депутат һайлана, ш. иҫ. Ырымбур губ. — 7 (Й.Н.Байбурин, Н.С.Балалаев, Ф.А.Владимиров, М.И.Гродзицкий, И.К.Покровский, Н.В.Теребинский, С.И.Шеметов); Өфө губ. — 8 (Ю.Ю.Блюменталь, Гутоп, В.Е.Косоротов, Ш.Й.Мәхмүтов, Ғ.Ш.Сыртланов, Тәвкилев, граф А.П.Толстой, Туҡаев; 1909 й. киткән Косоротов урынына К.П.Харитонов һайлана). Дума эшендә иң әүҙем ҡатнашыусылар — Йәнекәев һәм Мәхмүтов (илдә дөйөм башланғыс белем биреүҙе индереү өсөн сығыш яһайҙар), Косоротов (“Өфө губернаһының Ҡатау һәм Йүрүҙән тау заводтары эшселәренең хәле тураһында” МС рәйесе П.А.Столыпинға запрос ебәреү инициаторы), Тәвкилев (мосолман дини учреждениеларының етерлек кимәлдә финансланмауы, мосолман халҡының милли һәм дини мәнфәғәттәрен ҡыҫыу т‑да мәсьәлә күтәрә), Мәҡсүтов (мосолман халыҡтарын урыҫтарға кире ҡарашта булыуҙа ғәйепләүгә ҡаршы сығыш яһай), Ғ.Ш.Сыртланов (мосолман халҡының мәнфәғәттәрен сикләгән яңы һайлау хоҡуғы индереүгә ҡаршы була); депутаттарҙың күпселеге мосолман халҡының гражданлыҡ һәм дини хоҡуҡтарын боҙоуға ҡаршы сыға, “Бер диндән икенсеһенә күсеүгә ҡағылған закондарҙы үҙгәртеү тураһында” закон проектын (Дәүләт советы тарафынан кире ҡағыла) эшләүҙә ҡатнаша. 4‑се саҡырылыш Д.д. (1912 й. 15 нояб. — 1917 й. 6 окт.; рәйесе Родзянко). 442 депутат һайлана, ш. иҫ. Ырымбур губ. — 6 (Гродзицкий, В.В.Евладов, Ғ.Х.Йәнекәев, М.И.Канашев, Е.Г.Колбинцев, Н.Д.Кудрявцев), Өфө губ. — 8 (Ғ.Х.Байтирәков, Гутоп, Н.В.Катанский, А.П.Мельгунов, А.А.Сычёв, Тәвкилев, В.И.Хаустов, И.Ә.Әхтәмов). Дума эшендә иң әүҙем ҡатнашҡан Әхтәмов (мосолман халҡының хоҡуҡтарын ҡыҫыу сәйәсәтен ғәйепләй, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен тартып алыуға ҡаршы сыға); Гродзицкий, Гутоп, Катанский, Сычёв 36 депутат араһында “Йылғалар ташыуҙан зыян күргән Тубыл, Пермь, Өфө, Ырымбур, Вятка губерналары халҡына процентһыҙ ссудалар һәм пособиелар бирер өсөн Дәүләт ҡаҙнаһынан 1 млн һум аҡса бүлеү тураһында” закон проектын эшләүҙә ҡатнаша. Николай II 1917 й. 26 февр. указы б‑са Дума каникулға ебәрелә (1917 й. апр. тиклем); 1917 й. 27 февр. 4‑се Думаның Старейшиналар советы Д.д. Ваҡытлы ком‑тын (рәйесе Родзянко; “Петроградта тәртип урынлаштырыу һәм учреждениелар, кешеләр менән бәйләнештә булыу” өсөн) ойоштора; Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар башланғас, 1917 й. 6 окт. Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан таратыла.

2) РФ Федераль йыйылышының түбәнге палатаһы. Федераль закондар ҡабул итеүҙә мөһим әһәмиәткә эйә. “РФ‑та этаплы конституция реформаһы тураһында” 1993 й. указ б‑са ойошторола. Д.д. депутаттарының эшмәкәрлеге һәм хоҡуҡи статусы РФ Конституцияһы, “РФ Дәүләт йыйылышы Федерация Советы ағзаһының һәм Дәүләт думаһы депутатының статусы тураһында” федераль законы м‑н билдәләнә. Д.д. 450 депутаттан тора, улар 4 йылға һайлана һәм проф. даими нигеҙҙә эшләй. Депутаттарҙың яртыһы сәйәси партиялар һәм йәмәғәт хәрәкәттәре исемлеге, ҡалған яртыһы бер мандатлы округтарҙан мажоритар система б‑са һайлана. 1‑се саҡырылыш Д.д. (1993—95). Бер мандатлы округтар б‑са БР‑ҙан депутаттар: А.Н.Аринин, Р.Б.Асаев, Ә.М.Ғәлиев, Р.Н.Мирсаев, З.И.Сәйетғәлиев, Ю.В.Уткин. “Рәсәй берҙәмлеге һәм татыулығы партияһы” Дөйөм Рәсәй ижт.‑сәйәси ойошмаһынан — И.Ш.Мөҡсинов; РФ Коммунистар партияһынан (ҡара: Советтар Союзы Коммунистар партияһы) — В.И.Никитин. 2‑се саҡырылыш Д.д. (1996—99). Бер мандатлы округтар б‑са: Аринин, Никитин, В.В.Протопопов, Сәйетғәлиев, А.Т.Сәйфуллин, Уткин, Р.И.Шөғөров. “Беҙҙең йорт — Рәсәй” Бөтә Рәсәй ижт.‑сәйәси хәрәкәтенән — Р.И.Бигнов, М.Е.Бугера; РФ Коммунистар партияһынан — Р.Г.Ғәбиҙуллин, В.А.Петошин; “Яблоко” йәмәғәт берекмәһенән — Р.И.Солтанов. 3‑сө саҡырылыш Д.д. (2000—03). Бер мандатлы округтар б‑са: Х.Ә.Барлыбаев, Р.Н.Ғимаев, Р.И.Ниғмәтуллин, В.А.Певцов, Ф.А.Сәйфуллин, М.Ғ.Хәкимов. “Ватан — Бөтә Рәсәй” блогынан — З.А.Бағышаев, Р.С.Баҡыев, Бугера; РФ Коммунистар партияһынан — Никитин. 4‑се саҡырылыш Д.д. (2004—07). Бер мандатлы округтар б‑са: К.Й.Дәүләтова, М.Р.Кәлмәтов, В.Х.Камалетдинов, Ф.А.Сәйфуллин, А.М.Старков, А.Б.Фурман. “Берҙәм Рәсәй” партияһынан — М.Ә.Әйүпов, Бағышаев, Бугера, Э.Ш.Хәмитов. 5‑се саҡырылыш Д.д. (2007—11). “Берҙәм Рәсәй” партияһынан — С.Ғ.Әхмәтов, И.М.Ғималетдинов, Э.Ф.Исаев, Р.К.Исҡужин, М.Ж.Кейекбаев, П.В.Крашенинников, Э.В.Ҡолмөхәмәтов, А.Г.Назаров, С.Ш.Мырҙабаева, А.В.Сабадаш, Р.Ш.Сәғитов, И.Ю.Фәхретдинов, Фурман, М.Х.Йосопов; РФ Коммунистар партияһынан — Ю.В.Афонин. 6‑сы саҡырылыш Д.д. (2011 й. алып). “Берҙәм Рәсәй” партияһынан — Р.А.Баталова, А.Н.Дегтярёв, П.Р.Качкаев, В.В.Климов, Крашенинников, Р.М.Мәрҙәншин, А.Ә.Мәхмүтов, Мырҙабаева, З.Й.Рәхмәтуллина, Р.З.Хәмитов, Фәхретдинов, Фурман, Йосопов; РФ Коммунистар партияһынан — А.Д.Тычинин, А.А.Ющенко; Рәсәй либерал-демократик партияһынан — И.К.Сухарев, “Ғәҙел Рәсәй” партияһынан — Н.А.Лакутин. Шулай уҡ ҡара: Федерация Советы.

Әҙәб.: Государственная дума. Федеральное собрание: стенографии заседаний. М., 1994 — 2003.

Л.А.Ямаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке