ГОРОШЕК (Горощик) Павел Антонович [10.6.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Николаевка а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 19.10.1994, Минск], танкист, СССР КГБ подполковнигы. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау танк уч‑щеһын (1945), Минск юридик ин‑тын (1951) тамамлаған. 1943 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943—44 йй. Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө гвардия танк армияһы 9‑сы механизацияланған корпусы 69‑сы механизацияланған бригадаһының мотоуҡсылар батальоны санитары рядовой Г. 1943 й. 22 сент. Украин ССР‑ы Козинцы-Зарубинцы а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы һәм 26 яралыға мед. ярҙамы күрһәткән өсөн лайыҡ була. 1946 й. алып кесе лейт. Г. запаста. 1951 й. башлап — Белорус ССР‑ы Дәүләт контроле министрлығында, 50‑се йй. аҙ. — 80‑се йй. КГБ‑ла эшләй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 2 Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика