ГОРИН Анатолий Сергеевич (1.3.1922, АСБР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Красноусол Заводы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол а. — 14.11.1981, Боровичи ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс осоусылар хәрби авиация мәктәбен тамамлаған (1942). 1941—46 йй. һәм 1950 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. авг. башлап Воронеж, 1‑се һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се һауа армияһы 264‑се штурм авиация див. 451‑се штурм авиация полкының эскадрилья ком. урынбаҫары өлкән лейт. Г. 242 хәрби осошта (1945 й. майына ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1957), 1980 й. тиклем Боровичи утҡа сыҙамлы материалдар комб‑тында эшләй. Ленин (1946), Ҡыҙыл Байраҡ (1944 й. ғин. һәм июне), Александр Невский (1945, ?), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Красноусолда урамға Г. исеме бирелгән, 2‑се урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика