ГОРБАТОВ Александр Васильевич (9.3.1891, Владимир губ. Пахотино а. – 7.12.1973, Мәскәү), кавалерист, армия генералы (1955). Советтар Союзы Геройы (1945). Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында, совет-поляк һуғышында (1920) ҡатнашыусы. Кавалерия командирҙары курстарын (Новочеркасск ҡ., 1926), командирҙар составын камиллаштырыу юғары курстарын (Мәскәү, 1930) тамамлаған. 1912—18 йй. рус армияһында, унтер-офицер; 1919—1938 йй. һәм 1941 й. алып Совет Армияһында. 1920 й. авг. — 1921 й. апр. Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы командиры. 1921 й. нояб. — Червон казактарының 2‑се Чернигов кавалерия дивизияһының 12‑се, 1922 й. нояб. — 8‑се, 1923 й. алып 7‑се кавалерия полкы командиры. 1933 й. башлап 4‑се — Төрөкмән тау-кавалерия дивизияһы, 1936—37 йй. 2‑се кавалерия дивизияһы ком., 1938 й. 6‑сы кавалерия корпусы ком. урынбаҫары. 1938 й. репрессиялана, 1941 й. мартында тотҡонлоҡтан азат ителә, званиеһы ҡайтарыла. 1941 й. июненән Көнбайыш, Көньяҡ-Көнбайыш, Дон, Сталинград, Брянск, Үҙәк, Белоруссия, 1‑се, 2‑се һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө армия командующийы ген.-полковник Г. 1945 й. Көнсығыш Пруссия операцияһы барышында ғәскәрҙәр м‑н оҫта етәкселек иткәне һәм шәхси ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. башлап — оператив-стратегик берекмәләр, 1950 й. — Һауа-десант ғәскәрҙәре, 1954 й. алып Балтик буйы хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы. 1958 й. башлап СССР Оборона министрлығының Ген. инспекторҙар төркөмөнөң хәрби инспектор-советнигы. СССР ЮС‑ының 2–5‑се саҡырылыш депутаты. 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Георгий тәреләре, Ленин (1944, 1945 февр. һәм апр.), Октябрь Революцияһы (1971), Ҡыҙыл Байраҡ (1921, 1942, 1944, 1950), 1‑се (1943, 1945) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Суворов, 1‑се (1944) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Кутузов, Ҡыҙыл Йондоҙ (1936, ?) орд., почётлы ҡорал, сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. Г. исеме Гомель (Белоруссия) һәм Өфө ҡҡ. урамдарына бирелгән, Пахотинола, Новосиль һәм Орёл ҡҡ. уға һәйкәл ҡуйылған. Иваново ҡ. Г. исеме бирелгән урамдағы йорттарҙың береһенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. “Генерал” к/ф (М.Горький ис. к/ст, 1992) Г. арналған.

Х е ҙ м.: Годы и войны. М., 1989.

Әҙәб.: Камалов Г.Х. Отдельная башкирская кавалерийская бригада на фронтах гражданской войны. Уфа, 1971; Говорят чапаевцы: документы. Воспоминания. 4‑е изд., доп. Уфа, 1987.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика