ГОЛОВИН Алексей Степанович (1.1.1912, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Митюшин ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Салауат р-ны Күҫәләр а. составында — 5.5.1981, Волгоград ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем Көньяҡ Урал т. юлының Вязовая т. юл ст. эшләй. 1937—38 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. майынан башлап Калинин фронтында хеҙмәт итә. 3-сө ударсы армия 31-се уҡсылар бригадаһы 63-сө айырым саңғысылар батальонының отделение ком. Г. 20 майҙа Калинин өлк. Ступино а. янындағы һәм 25—26 майҙа Пасино а. янындағы һуғыштарҙа, 23—24 июндә разведка төркөмө рейды барышында дошмандың ҡиммәтле документтарын ҡулға төшөрөүҙә күрһәткән батырлыҡтар өсөн лайыҡ була. Ауыр йәрәхәтләнгәндән һуң, хеҙмәтен Оло Теләк р-ны Оло Теләк а. (хәҙ. Иглин р‑ны) хәрби комиссариатында инструктор вазифаһында (1943 й. алып) дауам итә. 1945 й. башлап лейт. Г. запаста. 50‑се йй. тиклем Оло Теләк дауаханаһында эшләй. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943).

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика